

Наҙ тулды күңелемә.
Ҡошсоҡтар ҙа ҡайттылар
Алыҫ яҡтан илемә.
Оя элдек дуҫтарға
Атай менән бергәләп.
Йылы булһын эсе, тип
Һалам да һалдыҡ әҙләп.
Сыйырсыҡтар ҡыуанды
Күреү менән ояны!
Сутылдашып һайрауҙары
Күңелдәрҙе нурланы.
Данис ЙӘЛИЛОВ, III cиныф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.