+18 °С
Облачно
VKOKTelegram
Илһам
4 Мая , 09:39

Бүре аулаусы бесәй (әкиәт)

Илдус Хәмит улы ТИМЕРХАНОВ – башҡорт балалар яҙыусыһы, журналист, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Республика Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемедәге премияһы лауреаты. Уның «Тал-тирәктәр ҡуйынында» йыйынтығы Пётр Ершов исемендәге Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булды һәм автор «Иң яҡшы балалар яҙыусыларының береһе» тип билдәләнде.

Бүре аулаусы бесәй (әкиәт)Бүре аулаусы бесәй (әкиәт)
Бүре аулаусы бесәй (әкиәт)

Бүре аулаусы бесәй (әкиәт)

Йәш бесәй Мырауйән шаярыуҙан бушамай. Әле бер туғанына ташлана ла, һыртынан тешләп, сиҙәмгә ауҙара. Әле икенсеһен. Ихатаны һаҡлаусы Аҡтүш исемле эткә лә эләгә – һикереп, уның ҡолағын тешләй, теге яҡҡа, был яҡҡа һелкенеп торған ҡойроғо менән уйнай.
– Һөжүм итә беләһең. Һырттан тешләп йығыу – дөрөҫ алымдарҙың береһе, – ти Аҡтүш. – Бүре ауларға кәрәк һиңә. Бүрегә һунарға йөрөүсе эттән кәм түгелһең!
– Бөрө? – тип һораны Мырауйән, яҙ башында ағас ботаҡтарында япраҡ булып асылырға тулышҡан бөрөнө хәтеренә төшөрөп.
– Бөрө түгел, Бүре!
– Бөрөгә оҡшағас, барыбер матур исем. Барып танышайым әле үҙе менән!
– Таныш! Күрмәгәнеңде күрер­һең!
– Күргәнем юҡ шул! Танышырға кәрәк. Ә Бүре ҡайҙа йәшәй икән?
– Урманда! – тип ҡарҡылданы бейек тирәк башында ултырған Ҡарға. – Ана, урман эсендәге аҡланда ял итеп яталар.
– Саптым ғына! Хәҙер бүреләр эргәһенә «һә» тигәнсе барып етәм!
– Мин дә һинең менән! – тип уға эйәрҙе Бәрәс – һөҙөшөргә ярат­ҡан кәзә тәкәһе.
– Бармағыҙ! – тип ҡысҡырҙы Һарыҡ. – Һеҙ Бүренең кем икәнлеген белмәйһегеҙ! Йыртҡыс бит ул!
– Мин – үҙем дә йыртҡыс! – тине Мырауйән. – Хужабикәнең йыуып кибергә эленгән сепрәктәрен йыртҡылап бөтөргәнем бар.
Аҡтүш уларҙы кире бормаҡсы булғайны, тик тегеләр шул арала бик алыҫ киткән булып сыҡты. Хужаһы өйҙә юҡ саҡта ихатаны ташлап китә алмай. «Бәлки, бүреләрҙе таба алмаҫтар әле», – тип уйлап ҡуйҙы эт.
Кис етте. Хужа ағай эштән ҡайтты. Аҡтүшкә ихатанан сығып китергә була ине хәҙер. Ныҡлап ҡараңғы төшкәнсе барып етергә кәрәк.
Мырауйән менән Кәзә бәрәсе еҫе буйлап урманға килде. Аҡланға барып етте. Ҡуйы ҡыуаҡ араһынан күҙ һалды. Аҡланда бер көтөү бүре ята. Бесәй менән Кәзә бәрәсе ҡайҙа? Ашап ҡуйҙылармы икән ни? Улай булһа, эш харап! Яҡшылабыраҡ ҡарағайны, Бесәйҙең бейек ағас башында ботаҡта дер ҡалтырап ултырғанын күрҙе. Кәзә бәрәсе яҡындағы яңғыҙ ҡая башына менеп баҫҡан. Ул бик текә һәм тар – бүреләр унда менә алмай. Ә Кәзәнең тояҡтары ҡаянан-ҡаяға һикерергә көйләнгән. Тик тар урында аяҡтарҙы алыштырып, ял иттереп булмай. Улар талған. Бәрәс, йығылып төшөүҙән ҡурҡып, ҡалтыранып баҫып тора.
– Беҙ ашыҡмайбыҙ, арығас, үҙегеҙ тәгәрләп төшөрһөгөҙ әле! – тине бер Бүре.
Аҡтүш йәшенгән урынынан сыҡты.
– Нимә! Бесәй менән Кәзә бәрәсен ҡотҡарырға килдеңме ни? – тип һораны бүреләрҙең береһе. – Әллә ҡайҙан бынау ике диуана килеп сыҡты. Бесәй минең һыртты тешләмәксе булып үрелә. Кәзә һөҙөргә тырыша. Ике тәпәй менән икеһенә бер юлы тибеп ебәрҙем. Әллә ҡайҙа уҡ барып төштөләр. Ҡоттары осоп, береһе – үткер тырнаҡтары менән йәбешә-йәбешә ағас башына, икенсеһе тояҡтары менән ҡаяның ослайып сығып тор­ған урындарына тотоноп менеп китте. Күҙ асып йоморға ла өлгөрә алмай ҡалдым.
Эт сер бирмәгән булды.
– Улар ҡайғыһы юҡ әле. Һарыҡ ҡайтманы. Шуны эҙләп йөрөүем.
Һарыҡ тигәс, бүреләрҙең күҙҙәре ялтырап китте.
Аҡтүш һауаны еҫкәгән булды.
– Урман ситендәге тау башында, буғай. Ел шул яҡтан Һарыҡтың еҫен алып килде, – тип белдерҙе ул.
Аҡтүш ағас ботағындағы Бесәйгә һәм ҡая башындағы Кәзә бәрәсенә күҙ ҡыҫты ла үҙе урман ситенә табан атланы. Бер көтөү бүре уның артынан эйәрҙе.
Урманды сыҡтылар. Ҡаршылағы тау башында Һарыҡҡа оҡшаған нимәлер ята ине.
– Диуана баш, Һарыҡ, өйгә ҡайта һал! – тип ҡысҡырҙы Аҡтүш.
– Ниндәй Һарыҡ булһын ул?! Һарыҡташ тип аталған ҙур таш бит ул! – тип үкерҙе бер Бүре.
– Таш икәнен беҙ ҙә белә инек. Донъяла ниҙәр булмаҫ тиһең! Бәлки, ысынлап та, Һарыҡтыр ул! Һарыҡташ тип тикмәгә атамағандар­ҙыр!
Бүреләр, ташмы был, Һарыҡмы, тип шуны тикшерергә тау башына менеп китте.
Унда, әлбиттә, ғүмер баҡый Һарыҡташ тип аталған таш ята ине. Алдандылар бит.
Кәйефтәре төшөп, күҙҙәре менән Аҡтүште эҙләнеләр. Ә ул ауылға табан елдерә ине. Эттең алдынан Бесәй менән Кәзә бәрәсе саба.
Бүреләр, тау башынан таш кеүек ҡойолоп, улар артынан йүгерҙе. Бәхеткә, болон буйлап Һунарсы – иңенә мылтыҡ аҫҡан Әхмәтгәрәй ағай килә ине. Бүреләрҙе күреп, ҡоралын тоҫҡаны. Мылтыҡ шарт итте. Бүреләр, ҡоттары осоп, урманға кире боролдо. Береһе олоп ебәрҙе хатта. Әллә ҡурҡыуынан, әллә инде ваҡ-ваҡ йәҙрәләрҙең береһе тейҙе?
Ихатаға ҡайтып еткәс, Мырауйән Аҡтүшкә:
– Беҙгә иҫең дә китмәй, Һарыҡты эҙләйем, тигәс, эй, үпкәләгәйнем. Һуңынан, күҙ ҡыҫҡас, барыһын да аңланым, – тигән булды.
– Мин бында! – тине Һарыҡ. – Һин бит, урманға барма, тигәнде тыңламай, сығып сапҡаныңды оноттоңмо ни?!
Бүреләр, аҡланға ҡайтҡас, Бесәй менән Кәзә бәрәсенең ҡасып китеүҙәренә эстәре бик бошто.
– Бөгөн дежур кем ине?! – тип үкерҙе өлкән Бүре. – Беҙ эт артынан йүгергәс, ниңә һин дә эйәрҙең? Ниңә һаҡларға ҡалманың?!
– Һарыҡ ите ашағым килгәйне.
– Эйе, ашаныҡ инде. Бөтәгеҙ ҙә туйҙымы?!.
Өлкән Бүре, үҙенең алданғанына эсе бошоп, артабан һүҙ ҡуйыртманы.
Һунарсынан ҡасҡанда олоған Бүре ботондағы яраһын тикшерә ине. Йәҙрә теймәгән икән, сәнс­кегә эләгеп, бото тиреһе һыҙырыл­ған.

Бүре аулаусы бесәй (әкиәт)
Бүре аулаусы бесәй (әкиәт)
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас