+27 °С
Облачно
VKOKTelegram
Илһам
5 Мая , 07:50

Көләс май

Дуҫыбыҙ Рәшиҙә Рәистән йырлап торған шиғыр килеп етте.

Көләс майКөләс май
Көләс май

Килеп етте Яҙһылыуҙың

Кинйә ҡыҙы - көләс май.
Көттө ҡояш-бәпембәләр,
Көттө хатта күмәс ай.

Эй, көләс май, көләс май,
Беҙгә йылмай-май-май-май!
Майҙың нурлы көндәренә
Күңел йырлай-лай-лай-лай.

Майҙы көттө безәүкәйҙәр,
Сәскәләр, серәкәйҙәр.
Бал ҡорттары инде әҙер,
Эшкә тотонор хәҙер.

Яҙһылыуҙың кинйә ҡыҙын -
Майҙы көттө тәбиғәт.
Бөрөләрҙең асылыуы
Күңелгә бирә рәхәт.

Май айының майҙары ла
Сәләмәтлек һыйҙары,
Гөл-сәскәлә ҡырҙарым да,
Яңғырап тора йырҙарым.

Һәр күңелгә орлоҡ һалһын
Изгелеккә көләс май.
Нурға күмелһен донъялар,
Йылмай һин дә күмәс ай.
Рәшиҙә Рәис.

Л. Мәүлитова фотоһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас