+27 °С
Облачно
VKOKTelegram
Илһам
7 Мая , 11:34

Ырыуың кем?

Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл районы Ҡыҙыл ауылында йәшәүсе Рәйлә Хисмәтуллина хисле шиғырҙар ижад итә. Балалар өсөн дә яҙа. "Ырыуың кем?" тигән шиғырын уҡыйыҡ әле. 

Ырыуың кем?Ырыуың кем?
Ырыуың кем?

ЫРЫУЫҢ КЕМ?

Тәпәй баҫҡан көнөмдән

"Әсәй", - тип асылған тел.

Кендек ҡаным тамған ер

Тартып тора - шуны бел.

Әйҙә әле, һорау бирсе,

Әйтеш әйтеп алайыҡ?

Ҡурай моңон, оҙон көйҙө

Күңелдәргә һалайыҡ?

- Ырыуың кем? - Үҫәргән!

- Ҡошоң кем һуң? - Торна.

- Тамғаңды бел!? - Ҡойошҡан.

- Ағасым булыр Миләш!

Ә ораным - Туҡсаба.

Тел асҡысын биреүсе

Бишек йырын көйләгән.

Аҡ биләүгә төрөүсе

Әсәм әкиәт һөйләгән.

Шуға ла мин бурыслы

Үҙ телемде яҡларға.

Телгә булған һөйөүҙе

Йөрәгемдә һаҡларға.

 

Рәйлә ХИСМӘТУЛЛИНА.

 

Һүрәт: Ҡасим Дәүләткилдеев, "Зәңгәр күлдәкле ҡыҙ".

Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас