+14 °С
Болотло
VKOKTelegram
Илһам
13 Май , 11:20

Муйыл

Баҡсабыҙҙа муйыл сәскә атҡан,

МуйылМуйыл
Муйыл

Аҡ яулығын һалған иңенә.
Тирә-яҡҡа хуш еҫтәрен һибә,
Бик килешә һиңә, үҙеңә.

Хуш еҫтәре анҡый тәлғәштәрҙән,
Сәскәләрен наҙлап еҫҡәйем.
Яра һалмам муйылҡайым,
Сәскәләрең һинең өҙмәйем.

Ҡарап торһаң, бер мөғжизә,
Ап-аҡ яулыҡта муйыл.
Бөркә сафлыҡ, бөтмәҫ шатлыҡ,
Күрсе, ниндәй матурлыҡ!

 

Рушана ҒИЛМАНОВА, VIII «Б» синыфы уҡыусыһы.
Дыуан районы, Мәсәғүттәге Тимер Йосопов исемендәге республика интернат-лицейы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас