

Мәктәп вальсы... Беләм, хистәр биләп,
Болоҡһотоп ала күңелде.
Алъяпҡыслы ҡыҙҙар әйләнгәндә,
Хәтирәгә күмә үҙемде.
Мәктәп юлын тапаған бала саҡ,
Елдән етеҙ елеп уҙғанһың.
Һиҙмәгәнбеҙ сыңы ҡыңғырауҙың
Йөрәктәргә һағыш уйғанын.
Ҡайҙа ғына яҙмыш тәгәрмәсе
Ташлаһа ла беҙҙе аямай,
Хыялдарға ҡанат ҡуйған мәктәп,
Белем үрең текә ҡаялай.
Үрләгәндә белем баҫҡысына,
Һикәлтәләр аша үткәндә,
Уҡытыусым – һаман яҡты маяҡ,
Сәс салланып, ғүмер һүтһәм дә.
Кисәге көн кеүек хәтеремдә
Бәхетле лә, яҡты йөҙөгөҙ.
Һуңғы тапҡыр сыңлай ҡыңғырау...
Тик, мәктәпкә юлды өҙмәгеҙ!
Рәйлә ХИСМӘТУЛЛИНА-ХОҘАЙБИРҘИНА,
“Аҡ ҡауырһын” әҙәби берекмәһе ағзаһы.
Силәбе өлкәһе, Ҡыҙыл районы.
Фотола: Өфөләге 108-се мәктәп уҡыусылары.
Л. МӘҮЛИТОВА фотоһы.