+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Илһам
29 Мая , 08:21

Яҡын дуҫым

Әбйәлилдән Гүзәл Әхмәҙиева ижад иткән шиғыр.

Яҡын дуҫымЯҡын дуҫым
Яҡын дуҫым

Китап - минең яҡын дуҫым,

Кәңәшсем һәм серҙәшем;
Тормош юлынан барғанда,

Аҡыллы фекерҙәшем.


Китап миңә ярҙам итә
Күп белемдәр алырға;
Насар юлды һайламайса,
Кеше булып ҡалырға.


Ул өйрәтә айырырға
Яҡшы менән яманды.
Һис һанап бөтөрлөк түгел
Унан күргән ярҙамды.


Бөтә уҡылған китабым
Иң ҙур рәхмәткә лайыҡ!
Халыҡтың бай хазинаһы -
Китапты беҙ данлайыҡ!


"Китап байрамы" үткәреп,
Рухи аҙыҡ алайыҡ!
Ғүмер буйы китап менән
Дуҫтар булып ҡалайыҡ!



Гүзәл ӘХМӘҘИЕВА ("Айлы").
Әбйәлил районы, Рауил ауылы.

 

Л. ФАЗЛЕТДИНОВА фотоһы.

Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас