

Ғәзиз ерем
Ҡолас ташлап ауам тыуған ергә
Һағышымдың тулы хисенән.
Ғәзиз ерем, түле тупрағыңда
Һүрелмәҫлек һөйөү һибелгән.
Ғәзиз ерем! Һинең ҡосағыңда,
Әйтерһең дә, сабый баламын.
Шатлығымдан хистәр күкрәк йырта,
Асмандарҙы иңләй хыялым.
Гүзәл ерҙәр эҙләп уфтанмайым,
Кемдәр генә һине һағынмаҫ.
Ожмах үҙе килгән, тиһәм әгәр,
Ышаныусы ерҙә табылмаҫ.
Ҡолас ташлап ятам тыуған ерҙә,
Күкрәгемдә уның һулышы.
Кәрәге юҡ миңә сит тарафтың,
Шөкөр, етә миңә шуныһы.
Фото: yandex.ru