+20 °С
Ясно
VKOKМакс
Илһам
8 Июня , 15:28

Йәйге ямғыр

Ялан буйлап һалҡын ел йүгерҙе,

Йәйге ямғырЙәйге ямғыр
Йәйге ямғыр

Арыштарҙың һыйпап арҡаһын.
Талдар шаулаштылар.
Көнбағыштың
Ҡалтыранды һары ҡалпағы.

 

Аяғүрә баҫып ҡыуандылар
Миңә баш эйеүсе игендәр.
Талдар таҡмаҡ әйтте, ә көнбағыш
Бейеп торҙо баҫҡан ерендә.

 

Ямғыр ҡойҙо!
Ынйы тамсылары
Түгелделәр ергә силәкләп.
Душ аҫтында торған курортниктай
Рәхәтләнде, буғай, тирәктәр.

 

Беҙ, кешеләр, ямғыр тамсыларын
Тирәктән дә ҡаты һөйәбеҙ.
Алтын төшә ана шул ямғырҙың
Һәр бер тамсыһына эйәреп.

Рәшит НИҒМӘТИ.

Фото: i.pinimg.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас