

Дуҫлыҡ сәләме.
Һауаларҙа юл ярыпҡай,
Аҡҡоштар ҡанат ҡаға.
Һиндә, миндә - барыбыҙҙа
Һоҡланыу урын таба.
Ҡанаттарын әкрен елпеп,
Аҡҡоштар сәләм әйтә.
Зифа талдар оялышып,
Яр ситенә һыйына.
Аҡҡоштар бит яратылған
Дуҫлыҡ сәләме өсөн!
Ә кешеләр яратылған
Дуҫлыҡта йәшәү өсөн!
Аҡҡоштарҙың дуҫлыҡ серен
Йырға һалып йырлайым.
Гүзәллектән, татыулыҡтан,
Бер ҙә йәшәп туймайым.