+20 °С
Ясно
VKOKМакс
Илһам
1 Июля , 07:40

Июль, июль...

Гүзәл СИТДИҠОВА Июль, июль...Инде малым да юҡ,

Июль, июль...Июль, июль...
Июль, июль...

Кәрәк түгел бесән сабаһы,

Ялан күрһәм - килә салғы тотҡом,

Рәттәр күрһәм - күбә һалаһы.

 

Шәфәҡ кеүек алһыу төҫкә буяй

Үткәндәрҙе бөгөн һай хәтер:

Михнәте лә бесән эшләүҙәрҙең

Булған икән йәшлек рәхәте.

 

Һынай ине бесән һәр берәүҙе,

Әйтәм әле берҙе биш итмәй:

Иң-иң иҫтә нимә, тиһегеҙме? -

Сабынлыҡта элгән бишектәр...

 

 Фото: Г. СИТДИҠОВА.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас