

Тыуған ерҙең танһыҡ бүләген.
Туп-туп тауыш бирҙе буш силәгем,
Көс-ҡеүәткә тулды беләгем.
Ер еләген тиреп ҡаҡтар ҡойҙом,
Хаҡ ҡынаһы, барҙыр, ат хаҡы.
Тыуған ерҙең хазинаһы бит ул,
Тыуған ерҙең көсө – тат хаҡы.
Бөрөп-бөрөп ҡамыр бешерҙем дә,
Өрөп ҡаптым еләк бөй(ө)рөгөн.
Ауыҙ түгел, был ләззәткә түҙмәй,
Һағыш, әйҙә, янһын, көйрәһен.
Еләк өҙөп ҡаптым. Еләк барҙа,
Башҡа емеш-еләк юҡ һымаҡ.
Бер өс бөртөк еләк суғын һуҙҙың,
Өс бөртөк тә үтә суҡ һымаҡ.
Ут һымаҡ.
Зөлфирә ҠАРАҒУЖИНА.