

Көндөң ыуыҙы.
Төн шаршауын таң тартты ла,
Көн битен йыуҙы.
Таңдарҙа һаҡлана тынлыҡ,
Таңым, сабыр ит!
Төн ишеген, таңым, асһаң,
Көнөм сабыр бит.
Таңдарҙа һаҡлана тамыр,
Көндөң тамыры.
Төн - тупраҡ, таң ҡалҡынһа,
Көндө танырһың.
Таңдарҙа һаҡлана сафлыҡ,
Көндөң ыуыҙы.
Тәмләй-тәмләй таң ыуыҙын
Яңы көн тыуҙы.
Зөлфирә ҠАРАҒУЖИНА.
Фото: https://vk.com/photo-225661799_457239841