+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Илһам
10 Июля , 12:05

Һөйөп ҡарай күҙҙәре

Әллә ул алма инде,

Һөйөп ҡарай күҙҙәреҺөйөп ҡарай күҙҙәре
Һөйөп ҡарай күҙҙәре

Әллә ул хөрмә инде.
Ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ,
Матур ғына бер ҡыҙсыҡ.

Әллә ул - алтын балыҡ,
Ҡулдан төшә гел шылып.
Барыһында йыя ул,
Тик үҙенә ҡаратып.

Әллә ҡурай еләге,
Йомшаҡ ҡына беләге.
Һөйөп ҡарай күҙҙәре,
Һәр саҡ ҡабул теләге.

Әллә ҡуян балаһы,
Әллә айыу балаһы.
Ҡуйсәле, улай түгел,
Баламдың ул - балаһы.

Аллаһ биргәндер инде,
Һөйсө, тигәндер инде.
Бәхеттең - иң олоһо,
Ошо тигәндер инде.



Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина).

Сығанаҡ һәм фото: "Ғүмерем бер генә, ҡәҙерен бел генә!"

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас