+22 °С
Ясно
VKOKМакс
Илһам
23 Июля , 10:47

Телефон дуҫ түгел икән (хикәйә)

...Фидан телефонын асып фотолар, видеояҙмалар күрһәтте. Ҡыҙҙың үҙе өсөн ғәҙәти булған нәмәләргә артыҡ ныҡ иҫе китеүен нисек аңларға белмәй тор­ғанда, стеналағы календарҙы күреп ҡалды. Унда 1982 йыл яҙыл­ған ине.

Телефон дуҫ түгел икән (хикәйә)Телефон дуҫ түгел икән (хикәйә)
Телефон дуҫ түгел икән (хикәйә)

Йәш дуҫтар, Гөлнәзирә Ҡашҡарова апайығыҙ бик мауыҡтырғыс фэнтези тәҡдим итә. 

 

Каникул! Күптән көткән ял. Өс ай! Фидан портфелен мөйөшкә ырғытты ла иҙән буйлап өйрөлә башланы. Кеҫә телефонын – смартфонын үбеп алды. Хәҙер ул рәхәтләнәсәк. Әсәһе, ташла телефоныңды, дәресеңде әҙерлә, тип ҡаңғыртмаясаҡ. Ҡалай шәп нәмә икән ул каникул. Шулай матур хыялдарға бирелеп телефонында уйын уйнарға ултырғайны, әсәһе ҡайтып инде. Бөгөн көндәгенән иртәрәк ҡайтҡан. Ул да шат күренә. Фиданын ҡосаҡлап алды ла:
– Йыйын, беҙ бөгөн кискеһен, атайың эштән ҡайтҡас, ауылға барабыҙ, – тине.
– Ауылға?– ҡабатлап һораны Фидан.
– Эйе, мин отпуск алдым, өләсәйеңә барабыҙ. Ул беҙҙе көтә.
Өләсәйҙең ҡоймаҡтары, ҡаймаҡ иҫенә төшөп, Фидандың да ауыҙы йырылды. Тәмле-татлы ашап, телефон уйнап ятыу кемгә оҡшамаһын.
Өләсәһе уларҙы ҡыуанып ҡаршыланы, буйға үҫеп киткән ейәнен ҡабат-ҡабат тупылдатып һөй­ҙө. Киске ашты ашағанда, иртәгә ял итегеҙ, бесәнгә иртәнән һуңға төшөрбөҙ, тине. Фидан бесән тураһында ишетмәне лә, был эш миңә ҡағылмай, тип уйланы.
Иртәгеһенә йоҡоһо туйғансы йоҡлап, ҡоймаҡлап сәй эсеп, телефонына тотонғайны, тик өләсәһе башҡа эш тапты. Ул:
– Фидан, улым, бар тауыҡтарға ем һибеп инсе, – тине. Теләр-теләмәҫ кенә сығып уларға ем һибеп инеүгә, ҡаҙҙарҙы йылғаға ҡыуып төшөр әле, тигән икенсе йомош яңғыраны. Баш тартырға уйлағайны ла, әсәһенең мәғәнәле ҡарашын күреп, ризалашты. Бор­ҡотоп ҡаҙҙарҙы йылғаға ҡыуып төшөргәс, урам һепереү эше лә табылды. Унан-бынан эләктереп урам һепергәндә ҡамасаулап йөрөгән әтәскә тибеп ебәрҙе, әйтерһең, ул ғәйепле. Шулай көнө буйы ваҡ йомоштар менән улай-былай сабырға тура килде Фиданға. «Иртәгә былар бесәнгә китеп бөткәс, иркенләп бер үҙем телефонда уйнармын», – тип тынысландырҙы үҙен. Төнө буйы ла уйнарға була бит. Нисек итеп роботтар, зомбиҙар менән алышыуын күҙ алдына килтереп, кинәнестән йылмайып, хыялланып торҙо. Улай оҙаҡ тора алманы, киске ашҡа саҡырҙылар. Унан көтөү ҡайтты, ҡасып киткән кәзәне баҫтырырға, һарыҡ-һыйыр­ҙы ҡыуырға тура килде. Ҡараңғы төшөп, урынына ятҡас, нисек йоҡлап китеүен дә һиҙмәне. Ҡай­ҙа ул зомбиҙар менән алышыу, уларҙы төшөндә генә күрҙе.
Иртәнсәк йомшаҡ ҡына итеп әсәһе уятты:
– Тор, улым, һин хәҙер үҫкән егет бит, бесәнгә барабыҙ, атайыңдар саба, беҙ кипкән бесәнде тырматабыҙ.
Бындай «ҡурҡыныс» хәбәрҙән хатта йоҡоһо осто Фидандың.
– Ниндәй бесән, ниндәй тырма? Мин бер ҡайҙа ла бармайым, минең каникул, ял итәм, телефонда уйнайым, – тип ҡысҡыр­ҙы. – Кисә былай ҙа көнө буйы һеҙҙең эшегеҙҙе эшләнем. – Ул әйләнеп, юрғанын бөркәнеп ятты.
Әсәһе улының был ҡылығына аптырап торғанда, тауышҡа атаһы килеп инеп: «Тор!» – тип өндәште ҡаты ғына. Уны тыңламай хәл юҡ. Тороп, йыуынып, күңел­һеҙ генә сәй эсергә ултырҙы. Бөтә ашаған ризығы тәмһеҙ тойолдо, өләсәһенең яғымлы өндәшеүенә лә яуап бирмәне. Өлкәндәргә ни, күңелле. Әсәһе нисек иртәнсәк брошкаһын эҙләгәнен һөйләй. Бер ҙә айырылмай шул нәмәһенән. Иҫкелек ҡалдығы бит уныһы. Ике сейә тора. Уны бала саҡта атаһы бүләк иткән. Күп тә үтмәй, уларҙың юлдары айырыл­ған, атаһы икенсе яҡҡа күсеп киткән. Арыу уҡ йылдар үткәс, институтта осрашҡандар. Атаһы брошканан үҙенең бала саҡ дуҫын таныған. Шул көндән улар айырылмағандар. Ҡырҡ тапҡыр һөйләгәне бар инде әсәһенең был тарихты. Тағы ҡабатлағас, ишеткем килмәй, тип өҫтәл артынан тороп тышҡа сыҡты.
Урманға ат егеп киттеләр. Әсәһенең Фидандың кәйефен күтәрергә теләп, тирә-яҡ тәбиғәттең матурлығын күрһәтергә тырышыуы бушҡа булды. Тумһайып барыуын белде улы.
Урманға килеп еткәс, өләсәһе ҡаҙан аҫтына ут яғып ебәрҙе. Ҡыуыш­ҡа ҡайһы бер нәмәләрҙе индереп һалды. Их, шунда инеп күләгәлә ятҡанда инде, тип ымһынып ҡараны Фидан ул яҡҡа. Һеңлеһенә рәхәт. Ул өләсәйе янында ҡыуышта ҡурсаҡтарын уйнатып тик ултыра. Ҡыҙ кешене ауыр эшкә ҡушмаған булалар.
Көн эҫе, күгәүендәр безелдәй. Бындай эшкә барымы булмаған малайҙың хәле тиҙ бөттө. Мин һыу эсеп киләм, тигән һылтау менән тырмаһын ташлап китеп барҙы. Шым ғына ҡыуышҡа инеп ятыу ине уйы. Тик барһа, өләсәһе йөрөй унда. «Улыҡайым, үҫкәнем, арыныңмы, мә, айран эс», – тип айран һондо. Ҡасҡалаҡ һауытын тотоп ҡыуыштан ситкәрәк китте лә йыуан ғына тарбаҡлы ағас төбөнә барып ултырып телефонын алды. Шул мәл ағас өҫтөндә генә йәшен йәшнәне. Фидан ҡурҡышынан күҙен йомдо... Ә күҙен асҡайны, урманда түгел, ниндәйҙер йылға буйында ята. Бер ни аңламаны ул. Бер килке күҙен йомоп ятты ла яңынан асты. Юҡ, шул уҡ һыу буйы. Күҙен ыуалап тороп ултыр­ҙы. Күктә ҡояш балҡый, алда йылтырап мул ғына йылға аға. Уның буйында иһә сыр-сыу килеп балалар һыу инә. Фидан да шунда йөрөр ине, эше булмаһа. Тик ҡайҙа булған улар бесән эшләгән урман, ҡайҙа өләсәһе, ҡай­ҙа әсәһе? Һикереп тороп тирә-яғына ҡаранды. Яҡында ғына бер ниндәй ағаслыҡ күрмәне, йыл­ғаға терәлеп тигәндәй бер ауыл ултыра. Мин ҡайҙа икән? Шунан йылмайып ебәрҙе.
«Өләстең ауылы бит. Эй, әсәйем. Ағас төбөндә йоҡлап киткәс, айран ҡалай ныҡ йоҡлатҡан, атайым менән шым ғына мине ошонда алып килеп һалғандар инде. Шулай шаяртырға уйлағандар. Дөрөҫ эшләгәндәр. Әсәйем барыбер һәйбәт минең. Улым ял итһен, тип атайымды күндергәндер инде. Ҡалай шәп, аҙыраҡ телефонда уйнап алырмын да һыу инеп сығырмын. Ул арала, улым асыҡҡандыр инде, тип өләсәһе килер саҡырып. Ә мин үпкәләгән булырмын», – тип уйланы үҙе.
Фидан ҡыуанып телефонын алды. Интернет юғал­ған. «Эй, алып килгәс, интернет булған ергә ҡалдырһалар ни була. Ярай инде, ял итеп алайым». Кинәнеп кенә күҙҙәрен йомдо. Тәмле төштәр күреп йоҡлап ятҡан малай тертләп уянып китте. Өҫтөнә бәләкәй таш килеп төштө. Кем шаяра? Асыуланып башын күтәреп ҡараны. Эргәһендә үҙенә тиңдәш бер ҡыҙ тора.
– Һин кем, нишләп һыу буйында йоҡлап ятаһың?
– Йоҡлаһасы. Унда ни эшең бар. Өләсәйемә килдем, – тине Фидан.
– Өләсәйең кем һуң?
– Фәйрүзә.
– Беҙҙең ауылда бер генә Фәйрүзә, ул – минең әсәйем. Уның һинең кеүек ейәне юҡ. Бәлки, һин аҙашҡанһыңдыр, ниндәй ауылға килдең?
– Торналы.
– Был да – Торналы, яҡын-тирәлә башҡа ундай ауыл юҡ. Уның аптырауына иғтибар итмәне Фидан:
– Телефоныңда интернет бармы, минеке һүнгән. «Билайн» да тотмай икән һеҙҙә, антенна ла күренмәй. Биреп тор әле шылтыратырға.
– Беҙҙә телефон юҡ, ауылда бер нисә кешелә генә бар.
– Нисек юҡ? Ә һинеке ҡайҙа?
– Беҙҙә юҡ, булһа ла, мин уны тотоп йөрөй алмаҫ инем.
– Әллә нимә һөйләйһең. Миңә әсәйемә шылтыратырға кәрәк.
– Бик кәрәк булғас, әйҙә һуң ,телефонға алып барам.
– Һинең исемең кем?
– Гөлкәй.
– Минең әсәйемдең дә исеме – Гөлкәй.
Ҡыҙ уны ҙур ғына өй янына алып килде лә урамында эш менән мәшғүл булып йөрөгән апайға ҡысҡырҙы:
– Миңнур инәй, һеҙҙә телефондан шылтыратырға буламы?
– Инегеҙ, – тине ул балалар­ға ҡарап.
– Был – Фидан, өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән.
– Телефон ни, өйҙә, бар, шылтыратығыҙ, – тип апай эше менән булышыуын дауам итте.
Өйҙә Фидан стенаға элеп ҡуйылған стационар телефонды күреп ғәжәпкә ҡалды. Уның һеңгәҙәп тороуын күреп, Гөлкәй арҡаһынан этте.
– Бар, шылтырат, нишләп ҡаттың?
– Миңә бындай телефон кәрәкмәй.
– Ниндәйе кәрәк атыу?
– Сотовый кәрәк, – тип ҡыс­ҡырҙы Фидан үҙенең смартфонын ҡыҙҙың йөҙөнә яҡын килтереп, – бына ошондай.
– Был нимә?
– Был – сотовый телефон, баш­ҡортса – кәрәҙле кеҫә телефоны. – Телефонын яндырып күр­һәтте. Хәҙер ҡыҙ ғәжәпкә ҡалды. Бындай нәмәне беренсегә күрә ул.
– Был мөғжизәне ҡайҙан алдың?
– Хәҙер бөтәһе лә ошондай телефон ҡуллана. Һеҙҙең ауылға килеп етмәнеме әллә? – тип көлдө малай. – Ҡалай донъянан артта ҡалғанһығыҙ, ныҡ ҡалған­һығыҙ.
Шунан Фидандың күҙе мөйөштә ултырған телевизорға төштө.
– Һе, быныһы ла нух заманғы, элекке модель.
– Ниндәй элекке булһын, яңыраҡ ҡына алдылар, төҫлө.
– Яңы бындай булмай.
– Ҡайҙа, бынау телефон тигәнеңде тағы күрһәт әле, – ҡыҙ малайҙың ҡулындағы әйберенә ҡыҙығып ҡараны.
Фидан телефонын асып фотолар, видеояҙмалар күрһәтте. Ҡыҙҙың үҙе өсөн ғәҙәти булған нәмәләргә артыҡ ныҡ иҫе китеүен нисек аңларға белмәй тор­ғанда, стеналағы календарҙы күреп ҡалды. Унда 1982 йыл яҙыл­ған ине.
– Һеҙ быларҙы тарих итеп һаҡлайһығыҙмы әллә беҙ музейға килеп индекме? 40 йыл элек сыҡҡан календарь тора?
– Һин күктән төштөңмө әллә? 1982 йыл бит.
– Нисек 1982, беҙҙә бит 2022 йыл? – Фидан тағы тирә-яғына күҙ йүгертеп сығып, баҫҡан урынында таштай ҡатып ҡалды. Гөлкәйҙең ҡулынан тотоп һелкетеүенә саҡ айнып китте, уның ни һөйләгәнен дә ишетмәне үҙе. Мин элекке ваҡытҡа килеп сыҡҡанмын, шикелле, тине шым ғына. Тик нисек? Алда ни бул­ғанын хәтерләргә маташты. Ул эштән ҡасып (был турала уйлағас, оялып китте) йыуан ағас төбөнә барып ултырҙы, шунан йәшен йәшнәне. Аҙаҡ ул һыу буйында уянып китте.
Малайҙың сәйер ҡылығын аңламай торған Гөлкәйгә әйләнеп:
– Я из будущего, – тине урыҫсалап һәм ҡысҡырып көлөп ебәр­ҙе.
Ҡыҙ ни әйтергә лә белмәй аптыраны. Уға башҡортсалап:
– Мин һеҙгә киләсәктән килеп сыҡҡанмын, – тине Фидан. Ул Гөлкәйгә телефонын асып, үҙ донъяһын күрһәтте. Ҡыҙ был хәлгә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне. Фиданды бынан алып сығыу яғын ҡараны.
– Шылтыраттығыҙмы, өләсәһе кем, – хужабикәнең һорауын ишетмәнеләр ҙә.
Гөлкәй менән Фидан яңынан һыу буйына, кеше күрмәгән ергә барып ултырҙы.
– Нисек килеп сыҡтың һуң бында, һине сит планета вәкилдәре алып килеп ташланымы әллә?
– Ҡайҙан беләйем мин. Бел­һәм, кире ҡайтыр ҙа китер инем, һинең һорауҙарыңа нимә тип яуап бирергә аптырап торғансы.
Бер аҙ уйланып ултырғас:
– Һине һыу буйында ҡалдырып булмай бит инде. Үҙебеҙгә алып ҡайтырмын. Тик бында нисек килеп сығыуың хаҡында берәй әкиәт уйларға кәрәк. Киләсәктән, тип әйтеп булмай, аҙашҡан тиһәң, милицияға хәбәр итеүҙәре бар. Юҡ, һине алып ҡайтырға ярамай. Берәй ергә йәшереп торорға кәрәк. Тик ҡайҙа? – тине Гөлкәй.
Минең яҙмыш һинең ҡулда, тигәндәй, Фидан шым ғына тик ултырҙы.
– Беҙҙең бесәнлек яҡын, унда ҡыуыш бар. Шунда алып барайым үҙеңде.
– Урманғамы, бер үҙемде? Юҡ, мин ҡурҡам. Бармайым.
Бер килке ни эшләргә белмәй ултырғас, Гөлкәй һикереп торҙо.
– Рәмил менән һөйләшеп ҡарайым әле, бәлки, ул берәй нәмә уйлап табыр, башы һәләк шәп эшләй бит уның.

Был һүҙҙәрҙе әйткәндә ҡыҙыҡайҙың күҙҙәре янып китте. «Һантый, әллә ғашиҡ бул­ған инде шул малайына», – тигән уй килеп, мыҫҡыллы йылмайып ҡуйҙы Фидан.
– Һин ошонда ултырып тор. Мин Рәмилде эҙләп киләм. Уға беҙҙең серҙе асмай булмай, – ти ҡыҙыҡай.
Ул киткәс, йылға аръяғында янына айран эсергә ултырған таныш ағасты күреп ҡалды малай. Эйе, тап үҙе. Яңғыҙ ҡайын. Фидан ҡыуанып шунда йүгерҙе. Ләкин ул тирәнән аръяҡҡа сығырлыҡ түгел икән, йылға тәрән күренә. Өҫтәрәк ағын, шунда барырға булды. Ә унда һыу тубыҡҡа етер, күп булһа – үтә күренеп ята. Төбөндәге эре таштарға аяғын ауырттыра-ауырттыра, ҡур­ҡа-ҡур­ҡа баҫып икенсе ярға сыҡты. Ҡалай ҡыҙҙар кеүек наҙлы икәнмен, тип үҙенең ҡояшҡа янмаған ап-аҡ аяҡтарына ҡараны. Йүгереп ағас янына барып ултырҙы ла күҙен йомдо. Бер аҙҙан ипләп кенә асып ҡараны. Бер ниндәй мөғжизә булманы. Ағасҡа һуҡҡылап, типкеләп тә бер нәмә килтереп сығара алманы. Шунан ҡайын тирәләй йүгереп алды. Өләсәһе күп тапҡыр ҡабатлаған бисмилланы әйтеп тә күҙен йомоп ҡараны. Бер ҙә киләсәккә китмәне. Нисек кире ҡайтам инде, тип ҡара ҡайғыға ҡалды. Эстән генә үҙен әрләне. Нимә тип шул ағас төбөнә барып ултырырға инде, ҡыуыш янында ғына эсмәй айранды. Эй, әсәйем юғалтҡандыр. Өләсәй илайҙыр, атайым ҡашын төйөп көйөп торалыр. Әсәйем үкенәлер инде, бушҡа ғына улымды эшкә ҡуштым, телефон уйнарға өйҙә генә ҡалдырмай, тип уйлағас, Фидан йылмайып ебәрҙе. Шул кәрәк уларға, әйҙә бер аҙ көйөп алһындар. Уйламағанда килеп сығырмын әле. Берәүҙең дә киләсәктә ҡалғаны юҡ. Туҡта. Ә кем ҡайт­ҡан һуң икенсе замандан? Ул бит фантас­тикала ғына. Малайҙың йөрәгенә ҡурҡыу төштө. Был ысын түгелдер. Үҙен ныҡ ҡына семетеп алды. Ауыртыуҙан ҡыс­ҡырып ебәрҙе хатта. Шунан тауыш ишетелгән яҡҡа ҡараны. Икенсе ярҙан Гөлкәй ҡул болғай ине. Янында бер малай тора.
Фидан икенсе ярға сыҡты.
– Был Рәмил, – тине Гөлкәй эргәһендәге үҙенән саҡ ҡына оҙонораҡ ябыҡ ҡара малайға ҡарап. – Телефоныңды күрһәт әле, ул ышанмай.
Фидан смартфонын асып, ундағы фотоларҙы, хәҙерге замандың мөғжизәләрен күрһәтте. Малай донъяһын онотоп телефонды ҡарай башланы.
– Рәмил, уға йәшәргә урын юҡ. Үҙебеҙгә алып ҡайтыр инем, әсәйгә нисек аңлатырмын? Бер көн йоҡлар ҙа, ти, унан милицияға әйтерҙәр. Ә уға был ерҙән алыҫ китергә ярамай, нисек тә үҙенең ваҡытына сығырға кәрәк.
Телефондан айырылып, бер аҙ уйланып торҙо ла Рәмил:
– Үәт, әкиәт. Һөйләһәң, берәү ҙә ышанмай бит инде, – тине.
Бер аҙ елкәһен ҡашып торғас:
– Беҙҙең һарай башына йәшерәйекме әллә? Йәйгеһен мин шунда йоҡлап йөрөйөм бит. Әсәйем унда менмәй, – тине.
– Көнө буйы унда ята алмай инде, – тип ҡаршы төшкән булды Гөлкәй.
– Әсәйем күрмәгәндә сығып йөрөр. Күреп ҡалһа инде, һеҙгә килгән, башҡаларға, беҙгә ҡунаҡҡа килде, тип алдарбыҙ.
– Ә мин әсәйемә, Рәмилдең ҡунағы һеҙгә килгән, тиермен, – Гөлкәй ҡыуанып көлөп ебәрҙе. – Эй, һин ҡалай маладис, бөтә нәмәнән сығыу юлын таба беләһең.
Рәмил яғымлы йылмайып Гөлкәйгә ҡараны.
Уларҙың шулай ҡарашыуына Фидан, өләсәһе әйтмешләй, танау аҫтары кипмәгән, ә ғишыҡ тотошалар, тип уйланы.
Шул мәл уның эсе ҡыуылдап ебәрҙе.
– Әй, һин асыҡҡан­һыңдыр әле. Әйҙә беҙгә. Әсәйем ҡоймаҡ ҡойоп ҡалды. Рәмил, һин дә бар, – тине Гөлкәй.
Ҡарышып тороуҙан файҙа юҡ. Фиданға уларға эйәреүҙән башҡа әмәл ҡалманы. Үҙенә шундай яҡшы дуҫтар табылыуын аңлап та етмәне әле. Рәхмәтле булып өйрәнмәгән шул.
Өсәүләп барып ингәндә, Гөлкәйҙең әсәһе аласыҡта ҡоймағын ҡойоп бөтөп кенә тора ине. Тирә-йүнгә тәмле еҫтәр таралған.
– Балалар, ҡалай ваҡытлы килдегеҙ, әйҙә сәй эсергә. Ә быныһы кем була?
– Был... – Гөлкәй ни әйтергә белмәй Фиданға төбәлде. Ә уныһы Гөлкәйҙең әсәһенә ҡарап ҡатҡан. Сөнки ул шул тиклем үҙенең әсәһенә оҡшағайны. Уға ҡарап хатта асығыуын да онотто.
– Нимә ауыҙыңды астың? Исемең кем, тип һорай әсәйем? – Гөлкәйҙең тауышын ишетте.
Шым ғына
– Фидан, – тине малай.
– Фидан, әйҙә оялма, ҡулығыҙҙы йыуығыҙ ҙа ашарға ултырығыҙ. Ҡыҙым, нишләп тик тораһың, сәй ултырта башла.
Сәй эсеп бөткәс, Гөлкәй өйгә саҡырҙы. Унда ингәс, күҙе стеналағы фотоларға төштө Фидандың. Таныш йөҙҙәр, әсәһенең бала саҡта төшкән фотолары күренә. Уларҙың өйөндә лә бар ундай фотолар. Әсәһенең фотоальбомында. Фидан яй ғына артына боролоп Гөлкәйгә ҡараны. «Ыста!» – тип әйтергә ярата әсәһе ныҡ аптырағанда. Шуның һымаҡ Фидан да эстән был һүҙҙе ҡабатланы. Гөлкәй – уның әсәһе. Шулай уйлағас:
– Булыуы мөмкин түгел, – тине лә ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Гөлкәй аптырап уға боролдо. Малай Гөлкәйгә тағы бер текләп ҡараны ла уның тыштан инеп килгән әсәһенә төкөй яҙып сығып йүгерҙе.
– Фидан, – тип ҡысҡырып ҡалды уның артынан Гөлкәй.
Ә ҡунағы, мин ҡараңғы төшкәнсе теге яҡҡа сығып ҡалырға тейешмен, тип яңғыҙ ҡайынға табан елдерҙе. Кроссовкаһын да сисеп тормай шаптырлап һыуға барып инде лә йүгереп барып ағасты ҡосаҡланы.
– Ҡайтар мине, кире ҡайтар. Мин бит әсәйемдең бала сағына килеп сыҡҡанмын. Уның әсәһе – минең өләсәйем. Ҡайтар инде тиҙерәк. Ҡабат әсәйемә ҡаршы һүҙ әйтмәҫмен, тыңлап ҡына йөрөрмөн, – тип ялынды ул.
– Фидан, – тигән ҡыҙ тауышы ишетелде. – Нишләп ул ағасты ҡосаҡлап тораһың? – Әйләнһә, Гөлкәй тора янында.
– Мин урман араһында ошондай ағас төбөндә телефон уйнап ултыра инем. Ҡапыл йәшен йәшнәне лә, ҡараһам, һеҙҙең яҡҡа килеп сыҡҡанмын. Бында урман юҡ. Теге ағасҡа оҡшаған ошо яңғыҙ ҡайын ғына, – тип Фидан аңлатырға тырышты.
– Ә һин ниңә нимәнәндер ҡур­ҡ­­ҡан кеүек ҡапыл йүгереп сығып киттең ул? – тип һораны Гөлкәй.
Фидан, һин минең әсәйем, тип әйтергә уйланы ла туҡтап ҡалды. Юҡ, ярамай. Ҡалай насар, ялҡау улым була икән минең, тиһә, оятыңдан ят та үл!
– Кис етә, әйҙә ҡайтайыҡ. Көтөү ҡаршыларға кәрәк. Хәҙер Рәмил дә килеп етер, – тине Гөлкәй.
Рәмил Фиданды һарай башына алып менде. Унда буйтым йәшәрлек икән. Түбәһе һәйбәт итеп ябылған, ямғыр үтерлек түгел. Ҡалын итеп бесән түшәлгән. Яҫтыҡ-юрған бар.
– Һуңыраҡ ашарға алып килермен. Әсәйем күрһә, һарай башында йоҡлау уға ҡыҙыҡ күренде, шуға алып ҡайттым, тиермен. Һин миңә үҙегеҙҙең заман тураһында һөйләрһең, – тип бөтәһен дә хәстәрләп ҡуйған Рәмил.
– Нимәһен һөйләйһең инде. Бөтәһе лә ошо телефонда. Тик көсө генә бөтөп ҡуймаһын. Күберәк һүндереп торорға кәрәк.
Төндә йәшенле ямғыр яу­ҙы. Шунда Фидандың башына ҡылт итеп бер уй килде. Ошондай йәшен ваҡытында сығып булалыр, моғайын, киләсәккә. Теге яңғыҙ ҡайынға йәһәтерәк барырға кәрәк. Рәмилгә бер ни өндәшмәй һарай башынан төшә башланы. Төн уртаһында ҡурҡыныс инде, бынау йәшене лә бигерәк көслө. Ҡапҡанан сығып барғанда ныҡ итеп күк күкрәне һәм шул ыңғайҙан ҡулына нимәлер ҡағылды. Фидан ҡысҡырып ебәрҙе.
– Нимә ҡысҡыраһың, ҡайҙа китеп бараһың, әллә лунатикмы һин?
Рәмил ҡулынан тотҡан икән.
– Миңә йылға буйындағы яңғыҙ ҡайынға барырға кәрәк. Шунда теге яҡҡа ҡайта торған юлым. Мин сыҡҡанда бит йәшен йәшнәне, шулай булғас, хәҙер ҙә йәшендә теге яҡҡа сығып булыр, тим.
– Һин алйотланып бараһыңмы бындай ваҡытта яңғыҙ ҡайынға барырға?
– Ә нимә?
– Йәшен ваҡытында яңғыҙ ағас­ҡа яҡын килергә ярамағанды белмәйһеңме әллә? Йәшен иң беренсе уны ата.
– Нимә эшләйем һуң атыу? – асырғанып ҡысҡырҙы Фидан.
– Ҡайғырма, берәй әмәле килеп сығыр, моғайын, был заманда ғүмер буйына ятып ҡалмаҫһың.
Шунда Рәмилдең әсәһенең тауышы ишетелде.
– Малайҙар, нимә эшләп йөрөйһөгөҙ йәшендә? Хәҙер үк өйгә инегеҙ.
– Юҡ, беҙ һарайға, – тине Рәмил.
– Шулайтмаған. Бынауындай йәшендә унда йоҡлап ятмай­һығыҙ инде. Хәҙер үк инегеҙ, – тип асыуланды әсәһе.
Малайҙар шым ғына өйгә инде.
Ят ҡунаҡты күреп, Рәмилдең әсәһе аптырап китте.
– Мин, дуҫың Рөстәмдер, тиһәм...
– Әсәй, был – Фидан. Гөлкәй­ҙәргә ҡунаҡҡа килгән. Мин һарай башында йоҡлайым, тигәс, ҡыҙығып килгәйне.
– Улай икән, иҙәнгә урын һалдым ана, бар тәгәрәгеҙ, – тине әсәһе.
Иртән йоҡолары туйып тыш­ҡа сыҡҡан малайҙарға Гөлкәй осраны.
– Күрҙегеҙме?
– Нимәне? Беҙ яңы тышҡа сығып торабыҙ.
– Яңғыҙ ҡайынды йәшен атҡан бөгөн төндә.
– Йәшен атҡан?
Малайҙар бер-береһенә ҡарашты.
– Ишеттеңме, унда барһаң, һине лә йәшен атыр ине.
Фидандың ҡурҡышынан теҙ быуындары ҡалтыраны.
– Мин нисек ҡайтам хәҙер? Әйҙәгеҙ, барып ҡарайыҡ.
– Мин ҡурҡам, – тине Гөлкәй.
Фидан уларҙың һүҙен тыңламай ҡайын яғына йүгерҙе. Рәмил менән Гөлкәйгә уға эйәреүҙән башҡа әмәл ҡалманы.
Йәшен атҡан ҡайындың тарбаҡланып торған ботаҡтары һынып төшкән, олондары янып ҡарайған. Һаман да төтәп торған ағасты күреп, Фидан илап ебәрҙе. Яңы дуҫтарынан да оялманы ул. Оят ҡайғыһымы, уны киләсәккә ҡайтара торған юл ябылды түгелме?
– Улай ныҡ ҡайғырма, – Гөлкәй һаҡ ҡына ҡулына ҡағылды.
– Ҡайғырма, имеш. Мин нисек ҡайтам хәҙер?
– Берәй яйы табылыр.
– Табылыр-табылыр, – түҙмәй тыпырсынды Фидан. – Миңә Алла яза биргәндер ул. Эштән ҡасып ултыра инем бит ҡайын төбөндә.
– Алла яза бирһә ни, ярҙам да итеп ебәрер әле, – тине Рәмил.
– Фидан, әйҙә, беҙҙе әсәйҙәр юғалтҡандыр. – Улар күңелһеҙләнеп кенә өйгә табан атланы.
– Килә был өсәү, иртә менән нимә ҡарап йөрөйһөгөҙ һыу буйында? – шулай асыуланып ҡаршы алды үҙҙәрен Гөлкәйҙең әсәһе.
– Әсәй, беҙ йәшен атҡан ҡайынды ҡарарға барҙыҡ.
– Унда яҡын барырға ярамағанын белмәйһегеҙме? Әйҙә, сәй эсеп алығыҙ ҙа...
– Бөгөн бесәнгә барабыҙмы, әсәй?
– Ниндәй бесән булһын, бынау ямғыр бөтә нәмәне һыуланы инде. Бөгөнгә ял һеҙгә.
– Ура, сысҡан тоторға барабыҙ, – тип ҡысҡырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды Рәмил.
– Ниндәй сысҡан? – Гөлкәй­ҙең әсәһе сығып барған еренән боролоп ҡараны. – Донъяңды онотоп йөрөмә, себештәргә күҙ-ҡолаҡ бул, быҙауҙы ла алып ҡайт. Мин Гөлзифа апайыңа барып киләм.
Рәмил Гөлкәй менән Фиданды иҫке фермаға саҡырҙы.
– Сысҡан тоторға? Нисек? – Фидан аптырап һораны.
– Барғас, күрерһең. Гөлкәй, әйҙә, йәһәт кенә эштәреңде бөтәрәйек тә.

Иҫке фермалары арыу ғына алыҫ булып сыҡты. Тау үрендә урынлашҡан. Бында элек тауыҡ үрсеткәндәр икән. Күптән ябылған, һарай­ҙары һерәйеп тороп ҡалған. Ҡасандыр бында Гөлкәйҙең әсәһе эшләгән.
– Бәләкәй саҡта апай­ҙарым менән килә торғайным . Үлгән себештәрҙе сығарып ташлаһалар, быларының аяғы ҡыбырлай, тип ҡайһыларын әсәйгә кире алып килә инем, – тине көлә-көлә Гөлкәй.
Килеп еткәс, ҡыҙ тау битләүендә диңгеҙ ҡабырсаҡтарын эҙләй башланы. Уларҙы элек себештәргә алып килгән булғандар икән. Рәмил иһә ҡаҙанлыҡҡа яғыуҙан ятып ҡалған түмәрҙәр яғына йүгерҙе. Барып етеү менән береһен ҡалҡытып та ебәрҙе. Уның артынан ҡалмай килеп еткән Фидан, түмәр аҫтынан килеп сыҡҡан сысҡандарҙы күреп, тертләп китте. Улары малайҙарҙан ҡурҡып тирә-яҡҡа һибелде. Ҡабырсаҡ йыйып йөрөгән Гөлкәй, ҡас­ты-ҡасты, тип ҡыуанып ҡысҡырҙы. Унан яндарына йүгереп килеп, Рәмил, бынау түмәрҙе күтәр әле, тине. Быныһында ла сысҡан ояһы булып сыҡты. Сысҡан балалары күҙҙәрен йымылдатып балаларға ҡарап ята. Ул арала Гөлкәй береһен ҡойроғонан тотоп алып өйрөлтә башланы. Был күренешкә иҫе китте Фидандың. Ғәҙәттә, ҡыҙҙар сыс­ҡандан ҡурҡа. Бында, киреһенсә, ул ҡурҡып тора яҡын да бармай.
Фидан үҙе лә һиҙмәҫтән ҡыс­ҡырып ебәрҙе:
– Ни эшләйһең, ебәр, ауырыу бит улар!
– Ниндәй ауырыу? – Был мәлдә Рәмил дә бер сысҡанды ҡойроғонан тотоп тора ине.
– Сысҡан биҙгәге.
– Уныһы нимә тағы? Беҙҙә ундай ауырыу юҡ.
– Ҡурҡыныс ауырыу, ти әсәйем, – тип Фидан ҡысҡырып көлдө лә ебәрҙе. Тегендә әсәһе урманда сысҡан ояһына яҡын бармаҫҡа ҡуша. Бында иһә рәхәтләнеп үҙе уны тотоп тора.
– Нимә, көлдөрә торған ауырыумы әллә?
– Эйе, ныҡ көлдөрә, шунан кеше ғәрип булып ҡала.
– Кит, юҡты һөйләмә.
– Шунан, был сысҡандарҙы нимә эшләтәһегеҙ инде?
– Бер нәмә лә эшләтмәйбеҙ. Ҡайһы бер малайҙар таш ташлай, беҙ йәлләйбеҙ.
Бер килке шулай түмәрҙәрҙе күтәреп, сысҡан өркөтөп йөрөй торғас, Гөлкәй үҙҙәренең быҙауын күреп ҡалды.
– Ана беҙҙең быҙау, алып ҡайта һалыр­ға кәрәк. Тиҙҙән көтөү ҡайтыр, – тип уға табан йүгерҙе. Уныһы Гөлкәйҙе танып ҡаршы килә бит әле. Иркә һүҙҙәр әйтә-әйтә, быҙауын ауыл яғына әйҙәне ҡыҙ. Малайҙар ҙа уға эйәрҙе.
Ҡайтһалар, Гөлкәйҙең әсәһе өйҙә икән.
– Иртәрәк алып ҡайтҡанһың. Ярай инде, кәртәгә индереп тороғоҙ.
Уға быҙауҙы ҡыуышырға теләгән Фидан һарай эргәһендә ятҡан ташҡа эләгеп һөрлөгөп китте.
– Был таш бында электән ятҡан икән дә, – тип һөйләнде уны тибеп.
– Уны, үҫеп сыҡҡан, ти өләсәй.
– Эйе, мин тауыҡ баҫтырғанда эләккәйнем, саҡ ҡоламаным. Ә был һарай юҡ инде. Атайым олатай менән яңыһын эшләп ҡуйҙы күптән.
– Өләсәйең беҙҙең өйҙә йәшәйме әллә? Минең әсәйем ҡайҙа йәшәй атыу?
– Үҙ өйөндә инде. Былай ғына әйттем.
Ярай әле, малайҙың һөйләнеүенә артыҡ иғтибар итеүсе булманы.
– Иртәгә көн аяҙ булһа, бесәнгә барабыҙ, – тине Гөлкәйҙең әсәһе.
– Әсәй, Фидан да беҙҙең менән бар­һынмы?
– Барһын, әгәр теләге булһа.
Элек ҡалай ҡыҙыҡ булған икән. «Кеше балаһы бит, әсәһенә шылтыратып һорар кәрәк», – тимәйҙәр. Кемдә уйнап йөрөйҙәр – шунда инеп сәй эсәләр. Нишләп ашарға ҡайтманың, тигән кеше лә юҡ. Шулай уйланып торған малайға Рәмил өндәште:
– Фидан, ҡайттыҡ. Оҙаҡ йөрөп ташланыҡ, әсәй әрләр инде.
– Мин һине иртәгә барып алырмын, – тип ҡысҡырып ҡалды Гөлкәй.
Бесәнлектәре алыҫ түгел, Һаҡмар аръяғында ғына булып сыҡты. Күлдәр күп икән ул яҡта.
– Быныһы – Түңәрәк күл. Быныһы – Оҙонгүл, алыҫтараҡ – Ерекле күл.
Һәр береһе менән таныштырып барҙы Гөлкәй.
– Беҙ бөгөн Түңәрәк күл эргәһендәге бесәнде йыябыҙ. Бындағы үлән урман бесәненә оҡшама­ған. Күрән, тиҙәр. Ҡатыраҡ. Атайым ҡайт­ҡас, урманға йөрөй башлайбыҙ.
– Ә ул ҡайҙа һуң?
– Колхоз күрше районға командировкаға ебәрҙе.
Илке-һалҡы йөрөнө инде бында ла Фидан. Бер мәл ул үлән араһында ҡара йомғаҡ күреп ҡалды. Ныҡлап ҡараһа, йомро ғына сысҡан күҙен безелдәтеп Фиданға ҡарап ята. Үҙе лә һиҙмәҫтән уның танауына бармаҡ осо менән төрттө лә ҡысҡырып та ебәрҙе. Сөнки тегеһе бармағын тешләне. Тауышҡа Гөлкәй, унан әсәһе килеп етте. Фидандың ҡулын ҡарап:
– Был һуҡыр сысҡан, нишләп уға тейәһең инде? Бар, ҡулына йод һөртөп килегеҙ, берәй ағыуы булып ҡуйыр, – тип уларҙы ҡайтарып ебәрҙе әсәһе.
Ҡайтып барһалар, бер өйөр малай, ҡыҙҙар ҙа бар араларында, туғайҙа сыр-сыу килә. Был Фиданға ҡыҙыҡ тойолдо.
– Нимә эшләйҙәр ул?
– Йомранға һыу ҡоялар. Әйҙә беҙ ҙә барайыҡ.
– Ә йод?
– Шул арала бер нәмә лә булмаҫ әле.
Гөлкәй Фиданды онотоп, балалар яғына йүгерҙе. Уға эйәрҙе инде уныһы ла, башҡа ни ҡылһын. Барып етһәләр, Рәмил дә шунда.
Малайҙар Һаҡмарҙан йүгереп йөрөп һыу ташып, йәнлектең ояһына ҡоя. Йомран тонсоғоп килеп сығырға тейеш. Бына күп тә үтмәне, ояһынан ныҡ алыҫ түгел ерҙә теге йәнлектең башы күренде. Шунан сығып йүгереп тә китте. Малайҙар ҡысҡырышып рогатканан ата башланы. Береһе төҙөрәк атты, шикелле, йомран осоп барып төштө. Бөтәһе лә шул яҡҡа йүгерҙе. Һаман йомрандың ояһына ҡарап торған Фидан Гөлкәйгә әйләнде.
– Йомран нишләп бынан сыҡманы? – тип һораны ул ҡыҙ­ҙан.
– Уның шулай инеп-сығып йөрөй тор­ған ике ояһы була.
Фидан да ҡыҙығып китеп малайҙар артынан йомран ҡарарға йүгерҙе. Улары инде икенсе оя табып, шунда һыу ташый башлаған. Ул да ярҙамға ҡушылып керешеп китте.
– Әйҙә, ҡулыңа йод һөртәйек, – Фиданды саҡ айырып алып, етәкләп өйҙәре яғына атланы Гөлкәй. Бөгөн кискеһен уйнарға сығығыҙ, тип ҡысҡырған Рәмилгә әйләнеп ҡул болғаны.
Кискеһен көтөү ҡайтып, малды теүәлләп бөткәс, уйнарға сыҡтылар. Эңер төшөп килә ине. Иҫке мәсеттә йәшенеш уйнайҙар икән. Шау-гөр килеп йөрөгән малай һәм ҡыҙҙарға ҡарап, Фидан үҙенә асыш яһағандай булды. «Компьютерҙары ла, ҡиммәтле телефондары ла юҡ. Әммә үҙҙәре һәр нәмәнән ҡәнәғәт, рәхәтләнеп уйнайҙар. Бер-береһенә ярҙам итергә әҙер генә торалар. Ысын дуҫтар. Рәмил менән Гөлкәй ҙә – бер-береһенә терәк, таяныс. Минең бит тегендә телефондан башҡа дуҫым да юҡ. Синыфташтар менән «ок», «норм» һәм башҡа шулайыраҡ ымдар менән генә аралашабыҙ. Телебеҙ ярлы, арала һаҡауҙар күп. Ә быларҙың телдәре шартлап тора. Хатта ирешкәндә лә таҡмаҡтар менән ирешәләр. Нисек әле:
Шырпы ҡабы, шырпы ҡабы,
Шырпы ҡабы бушаған,
Күрше урамдың ҡыҙҙары
Шүрәлегә оҡшаған.
Текә телефон байлыҡ түгел икән. Ошолай һәр нәмәнән ҡыуаныс табып, бер-береңә ярҙам итеп йәшәү икән донъяның ҡыҙығы», – тип уйланып торған малай эргәһенә Гөлкәй килеп торҙо. Усына нимәлер йәшергән үҙе. Асып ҡарап ала ла йылмая. Уның был ҡылығын мәҙәк күреп, Фидан да йылмайып:
– Нимә ул, – тип ҡулын һуҙҙы.
– Брошка. Рәмил бирҙе. Сейәләре матур ғына.
– Брошка. Шул тәтәйгә ҡыуанып тораһыңмы?
Уға яуап биреп тормай йәшенгән еренән сығып йүгерҙе ҡыҙ.
Рәмил иртәгәһенә улар менән уйнай алманы. Бесәнгә киттеләр. Фидан да барырға уйлағайны, йыраҡ икән, әйтмәнеләр. Гөлкәйгә ихлас ярҙам итте бөгөн Фидан. Үҙенең дә фай­ҙалы булыуынан күңеле ҡыуаныс менән тулды. Көн ныҡ эҫеп киткәс, һыу буйына килделәр. Фидан Гөлкәй күлдәгенә ҡаҙап алған ике сейә торған брошканы күреп көлөп ебәр­ҙе.
– Кейәүеңдең бүләген тағып алдыңмы?
– Таҡһа, нимә булған? Матур ҙа инде. Мин уны гел тағып йөрөйәсәкмен. Белгең килһә, Рәмил миңә кейәү түгел, дуҫ.
Фидан ҡыҙҙы һаман ирештерҙе:
– Кейәү инде, бүләк биргәс.
Гөлкәй уны тыңлап тормай күлдәген сисеп һыуға төшөп китте. Фидан ҡыҙыҡ итмәк булып теге брошканы ысҡындырып кеҫәһенә һалып алды. Үҙе шунда уҡ һыуға төшмәне. Йыл­ға ситендә йөрөгән селбәрәләргә ҡыҙығып ҡарап торҙо. Шунан, улар­ҙы тотайым, тип эйелгәйне, кеҫәһендәге телефоны һыуға төштө лә китте. Уны алырға үрелгән малай аяғы тайып, йылғаға ҡоланы.
...Һыуҙан башын күтәргән Фидан ҡаршыһында урман күреп аптырап китте.
Һаҡмар аръяғындағы туғай юҡҡа сыҡҡайны, йылға үҙе лә юҡ. Арыраҡ төтөн күренә. Унда усаҡ янында өләсәһе йөрөй. Саҡ ҡына ситтәрәк атаһы һуҙылып ятып гәзит уҡый, әсәһе ашъяулыҡҡа ашамлыҡ теҙә. Үҙ күҙенә үҙе ышанмай оҙаҡ торҙо Фидан һыу уртаһында. Шунан яңынан үҙенең яғына килеп сығыуын аңланы. Ҡыуаныстан һикереп алды.
– Фидан, – тип ҡысҡырҙы әсәһе, – нишләп һыуға кейемең менән төштөң? Малай шунда ғына үҙенең йылға эсендә тороуын, өҫтөнән шаптырлап һыу ағыуын шәйләне.
– Аяғым тайып китте, – тип һөйләнеп уларға табан атланы. Тегендә әллә нисә көн йөрөнөм, бында шул уҡ ваҡытҡа килеп сыҡтым. Ҡыҙыҡ икән.
– Сис кейемдәреңде, ағасҡа элеп тор, эҫе ҡояшҡа хәҙер кибеп сығыр, – тине өләсәһе лә, бер ни булмағандай.
Фидан сисенергә ашыҡмай, яйлап ҡына, беренсе тапҡыр күргәндәй, һәр береһен ҡарап сыҡты. «Ҡалай һәйбәт минең яҡындарым. Әсәй-атайымды, туғандарымды, өләсәйемде яратҡанымды хәҙер генә аңланым. Нисек мин уларҙың ҡәҙерен белмәгәнмен быға тиклем? Бынан һуң барыһы ла икенсе төрлө буласаҡ. Кемгә рәхмәт әйтәйем икән миңә шундай һынау биреп, аҡылға ултыртҡанға?»
Малай хистәрен нисек асып һалырға белмәй, тәүҙә атаһына ҡараны. Уныһы битенә гәзитен ҡаплап йоҡлап киткән икән. Күҙе әсәһендә туҡталды. Шунда ҡулына бер нәмә сәнселгәндәй булды. Ниндәйҙер осло тимер кеҫәһен тишеп сыҡҡан. Ҡулын кеҫәһенә тыҡҡайны, ике сейә килеп сыҡты. Гөлкәйҙең брошкаһы. Ҡуша киткән. Шаярып ҡына алғайны. Хәҙер Гөлкәй көйөнөр инде. «Былай килеп сығырын кем белгән», – тип уйлап әсәһенә ҡараны ла ауыҙын асып ҡатып ҡалды. Уның иртәнсәк эҙләп таҡҡан брошкаһы түшендә юҡ ине.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас