+17 °С
Облачно
VKOKМакс
Илһам
3 Августа , 10:19

Бөрйәнемдә әгәр тыумаһам

Шиғыр яҙа алыр инем микәнБөрйәнемдә әгәр тыумаһам;

Бөрйәнемдә әгәр тыумаһамБөрйәнемдә әгәр тыумаһам
Бөрйәнемдә әгәр тыумаһам

Ағиҙелдең йомшаҡ һыуы менән
Көн дә таңда битем йыумаһам?

Шиғыр яҙа алыр инем микән
Күрмәй үҫһәм Мәсем, Масаҡты?
Алдарыма ҡая ҙурлыҡ итеп
Артылырға ҡуям маҡсатты!

Йылҡысыҡҡан һымаҡ уйым төпһөҙ,
Шиғыр-толпар унан күтәрәм;
Тойғоларым серле Шүлгәнемдең
Саф шишмәһе кеүек күк, тәрән.

Илһам бирә хатта Үҙәндәге
Аллы-гөллө, йәмле, ваҡ таштар.
Мин Бөрйәндән булған өсөн генә
Шиғыр яҙа алам, яҡташтар!

Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА.

Сығанаҡ: https://vk.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас