

Тыныс булһын илдәре!
Йәйҙең һуңғы көндәре,
Һалҡын иҫә елдәре.
Һалҡын иҫкән елдәр тыныр,
Тыныс булһын илдәре.
Йәйҙең һуңғы көндәре,
Бик ҡараңғы төндәре.
Зәңгәр күктә ҡояш көлһөн,
Тыныс булһын илдәре.
Йәйҙең һуңғы көндәре,
Баҡса тулы гөлдәре.
Елдәр иҫһен, таңдар атһын,
Тыныс булһын илдәре.
Йәмил ҠОТЛОГИЛДИН.
Л. Раилова фотоһы.