

Мең биҙәккә,
Әллә япраҡ оса, әллә
Елбәҙәктәр?!
Эй килешә һары күлдәк
Ҡайындарға:
Ә миләштәр ялҡын яулыҡ
Ябынғандар.
Баландарым таҡҡан ҡыҙыл
Муйынсаҡтар.
Ал яулығын болғап ҡала
Йәш уҫаҡтар.
Йондоҙ төҫлө балҡый ана
Көҙ гөлдәре...
Бигерәк аҫыл тыуған ерем
Миҙгелдәре!
Сафуан ӘЛИБАЕВ.
Фото: https://yandex.ru/