Атай нигеҙе
Төрлөсә тартҡылаһа ла яҙмыш,
Ташлап китмәнем атай нигеҙен.
Ауыр булһа ла тормош юлдарым,
Һөйрәп атланым яҙмышым йөгөн.
Атай нигеҙен һүндермәйенсә,
Яңынан-яңы үрҙәр балҡытам.
Төпсөгөм, тиеп һөйөнөр ине,
Иҫән булһа икән дә атайғынам.
Атай нигеҙе үҫтерҙе беҙҙе
Сабый саҡтан уҡ һәр етебеҙҙе.
Тоғро ҡалып йәшәй бирәмен,
Ташламайынса изге нигеҙҙе!
Төрлөсә тартҡылаһа ла яҙмыш,
Ташлап китмәнем атай нигеҙен.
Ауыр булһа ла тормош юлдарым,
Һөйрәп атланым яҙмышым йөгөн.
Атай нигеҙен һүндермәйенсә,
Яңынан-яңы үрҙәр балҡытам.
Төпсөгөм, тиеп һөйөнөр ине,
Иҫән булһа икән дә атайғынам.
Атай нигеҙе үҫтерҙе беҙҙе
Сабый саҡтан уҡ һәр етебеҙҙе.
Тоғро ҡалып йәшәй бирәмен,
Ташламайынса изге нигеҙҙе!




























