2022 йылда махсус хәрби операция иғлан ителгәс тә күптәр ил һаҡларға китте. Шулар араһында минең ағайым Илшат та бар. Ул да үҙ теләге менән яу яланына юлланды.
Ағайым һөйләүенән тәүге көндән үк БТР йөрөтөүсе булыуын белдем. Ҡайҙа ғына булмай үҙе. Запорожье йүнәлешендәге бәрелештәрҙән һуң бер ай самаһы үткәс, Херсон өлкәһенә ебәрәләр. 2023 йылдың ноябренән Донецк Халыҡ Республикаһының Авдеевка ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша. Унда күрһәткән ҡыйыулығы өсөн «Авдеевканы азат иткәне өсөн», «Батырлыҡ» миҙалдары менән бүләкләнә.
Яуҙа өс тапҡыр ҡаты яраланып, контузия алып, госпиталдә дауаланып сыға. Яралары ауыртып, һиҙҙертеп ала икән. Шулай булһа ла, ул зарланмай. Ағайым беҙҙең менән бәйләнешкә йыш сыға алмай, ҡайһы саҡ айҙар буйы хәбәре булмай. Ни эшләйһең, түҙәбеҙ. Шуға ҡарамаҫтан, тыныс булырға тырышабыҙ. Беҙ уның үҙ бурысын намыҫ менән үтәп, яныбыҙға имен-һау ҡайтыуына ышанабыҙ.
Илшат ағайым менән ғорурланам. Уны һағынып көтәм.
Һуғыштар тиҙерәк бөтһөн, илебеҙгә тыныслыҡ килһен! Күгебеҙ һәр саҡ аяҙ булһын.
Асия ӘСФӘНДИӘРОВА,
III cиныф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы,
Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.