+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Әмир, һин – башҡаларға өлгө!

Ейәнсура районы Иҫәнғолдағы 2-се мәктәптең II cиныф уҡыусыһы Әмир Мәһәҙиев ҡылған изге эше менән барыһын һоҡландырҙы! Ул махсус хәрби операциялағы яугирҙарға үҙе йыйған аҡсаһына 2 рация һатып алып ебәргән. Ә бит тәүҙә үҙенә планшет алам, тип йөрөгән булған... Был ҡыйыу Әмир хаҡында ҡыҫҡаса яҙғайныҡ инде. Ә хәҙер уның хаҡында тулыһынса уҡығыҙ.

Әмир, һин – башҡаларға өлгө!Әмир, һин – башҡаларға өлгө!
Әмир, һин – башҡаларға өлгө!

Был малай хаҡында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге сәхифәһендә: «Уның ҡыйыу башҡарған аҙымын әсәһе яҙғандарынан белдем. Баҫылып сыҡҡас, изге эшкә дуҫтары һәм таныштары  ҡушылған. Һөҙөмтәлә, яҡынса 19 мең һум аҡса йыйыла, быға һалдаттарға ике рация һатып алына.

Был ваҡиға миңә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында пионер һәм комсомол ағзаларының самолёт һәм танктар төҙөү өсөн дә аҡса йыйыуын хәтерләтте. Әмиргә өлгө алырҙай кешеләре лә бар. Атаһы — Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы офицеры. Олатаһы — отставкалағы подполковник, хәрби ветеран. Әле лә ул еңеү өсөн үҙ өлөшөн индереп, яугирҙарға ике антидрон һатып алып тапшырҙы.

Әмиргә, уның дуҫтарына һәм, әлбиттә, ата-әсәһенә шундай ул тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерәм.

Шулай уҡ егеттәребеҙгә ысын күңелдән ярҙам иткән барлыҡ республика халҡына рәхмәт», – тип яҙҙы.

Әмир Мәһәҙиев мәктәптә «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә уҡый. Спорт ярата. Бокс менән шөғөлләнә. Ял көндәре ҡартатаһы Николай Владимирович  менән  үҙҙәрендәге спорт комплексына йөҙөүгә йөрөй. Бик яҡшы итеп йөҙөргә өйрәнгән. Ҡышҡыһын сноубордта, саңғыла шыуа. Ул йыр-моңға ла ғашиҡ. Ҡурай һәм ҡумыҙҙа уйнай. Һүрәт төшөрөргә әүәҫ икән. Төрлө район, республика бәйгеләрендә ҡатнашып, призлы урындар яулай. Полицияға арналып уҙғарылған «Тәртип һаҡлаусы – бала күҙлегенән» республика бәйгеһендә I урын яулаған. Ғаиләләре менән дә төрлө спорт сараларында ҡатнашып, мәртәбәле урын алып ҡыуаналар.  Өләсәһе Гөлнара Сулпан ҡыҙынан төрлө тәмлекәстәр бешерергә лә өйрәнә. Шулай уҡ Әмир буш ваҡыты булыу менән констуктор йыйырға тотона.

Бергә уҡыған синыфташтары ла үҙен хөрмәт итә. Белем усағында уҙғарылған бар сара Әмирһеҙ уҙмай, тиһәк тә була. Бик ныҡ иғтибарлы, ярҙамсыл, ғәҙел уҡыусы.  Шуға ла инде дуҫтары ла күп. Һәр ваҡыт ҡыҙҙарҙы ҡарап ҡына йөрөтә. Үҙен барыһы ла ярата, уның әйткән һүҙҙәрен иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар.

Һигеҙ йәштә генә булһа ла, Әмир тарих менән ныҡлап ҡыҙыҡһына. Төрлө ҡыҙыҡлы китаптар уҡый. Бигерәк тә илһөйәрлек темаһына һөйләшергә әүәҫ. Әлбиттә, был атаһы Артур Әхтәм улы, ҡартатаһы тәрбиәһенән килә инде. Уларҙан өлгө ала. Әле атаһының эше тығыҙ булғас, Әмир хаҡлы ялдағы ҡартатаһы менән күберәк булырға тырыша. Унан үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап та ала.

– Улым бала саҡтан әкиәттәр менән бергә бик етди ваҡиғалар, тарих менән ҡыҙыҡһынды. Күпте белергә теләй ул. Әле ҡартатаһы менән телевизорҙан бар яңылыҡтарҙы ҡарап бара, һорауҙарын бирә. Үҙенә шулай мәғлүмәт туплай. Кескәйҙәрҙе һаҡлап, ҡарап йөрөргә, өлкәндәргә ярҙам итергә кәрәклеген бик яҡшы аңлай.

Шул тиклем мал йәнле бала үҙе! Бер мәл бесәй балаһы алырға булдыҡ. Интернет селтәрҙәре аша эҙләйбеҙ. Улым оҡшатҡан берәүҙе таптыҡ. Ә ул бесәй балаһының артҡы аяғының берәүһе юҡ икән. Тыумыштан. Ни эшләргә? Был хаҡта белгәс, нисек итеп кенә улыма әйтәм инде, тип уйға ҡалдым. Юҡҡа булған хафаланыуым. Был турала уға әйткәс: «Әсәй, был бесәй балаһын мотлаҡ алырға кәрәк беҙгә. Уны яратырға, ҡарап ҡына үҫтерергә, тәрбиәләргә тейешбеҙ. Бахырҡай беҙҙең ярҙамға мохтаж бит», – тип ҡыйыу ғына яуап бирмәһенме. Хәҙер бесәй балаһы менән дуҫлыҡтары шул тиклем көслө. Тегенеһе улымдың дәрестән ҡайтыуын көтөп кенә тора, – ти әсәһе Валерия Николаевна.

– Әмир ҙә хәрби кеше булырға хыялланамы? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ.

– Эйе. Атаһы, ҡартатаһы ла хәрби кешеләр булғас, улым да уларға оҡшарға тырыша. Әле үк хәрби йәшкелт төҫтәге кейем кейергә тырыша. Яңы йыл байрамына ла костюды шулай тектерҙе.

Махсус операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға бүләк алып биреү теләге лә шул ҡартатаһынан киләлер, тип уйлайым. Сөнки әсәйем менән атайымдың яугирҙарға ярҙам иткәнен күрҙе бит. Шулай уҡ Әмир аҡсаны дөрөҫ ҡуллана белә.  Уларҙы юҡ-барға тотонмай. 5 йәштән аҡса йыя башланы. Уныһы күп кенә тупланғас, үҙенә оҡшаған әйберҙәрен һатып ала инек. Әлбиттә, үҙебеҙ ҙә ҡушабыҙ инде. Уға беренсе спорт велосипедын  шулай алғайныҡ. Улым йәйге айҙарҙа баҡсалағы емеш-еләктәрҙе  йыйып, үҙебеҙҙең ауыл халҡына һатып та аҡса эшләй.

Әле уйынсығы эсенә йыйған аҡсаһына, дуҫтары, туғандарыбыҙ, таныштарыбыҙ ҡушып, һалдаттарға рация алды ла инде. Унда ла кем күпме биргән, шуларҙы блокнотына яҙып барҙы. Үҙе һәр эшкә бик етди ҡарап эшләй ул, – ти әсәһе.

Бына шундай етди, үҙенә талапсан, ғәҙел, кешелекле шәп малай үҫеп килә. Күҙ теймәһен! Бына шундайҙарҙа ла инде илебеҙ киләсәге!

Әйткәндәй, күптән түгел Стәрлетамаҡтан  «Монах» позывнойлы яугир Әмиргә планшет бүләк иткән. Уны илһөйәр үҫмергә Стәрлетамаҡ ҡала советы депутаты Юрий Орда тапшырған.

Зөһрә ХӘКИМОВА.

 

Һүрәттә: Әмир үҙе йыйған аҡсаһы менән.  Ҡыйыу үҫмер Ейәнсура районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Азамат САЛАУАТОВ менән.

Әмир, һин – башҡаларға өлгө!
Әмир, һин – башҡаларға өлгө!
Әмир, һин – башҡаларға өлгө!
Әмир, һин – башҡаларға өлгө!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас