– Уҡыусыларым был изге эште ихлас күңелдән тырышып башҡарҙы. Яуҙағы һалдаттарыбыҙҙың тиҙерәк еңеү яулап, һау-сәләмәт ҡайтыуҙарын теләп хаттар яҙҙыҡ, – ти Нәзифә Хәлил ҡыҙы.
Уҡыусыларҙың яҙған хаттарын, әҙерләгән посылкаларын белем усағы директоры Баймаҡтағы «Беҙ бергә! Мы вместе!» ирекмәндәр ойошмаһына алып килеп тапшырған.
Афарин, кескәй ниғәмәттәр!