+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Һалдаттарыбыҙға бүләктәр

Махсус хәрби операция башланыу менән бар халыҡ дәррәү күтәрелеп, беҙҙең тыныслыҡ өсөн көрәшкән яугирҙарыбыҙға ярҙам итергә тырыша. Был изге эштә районыбыҙ халҡы ла әүҙемлек күрһәтә.

Һалдаттарыбыҙға бүләктәрҺалдаттарыбыҙға бүләктәр
Һалдаттарыбыҙға бүләктәр

Иҫке Итекәй ауылыныҡылар ҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам ҡулы һуҙа. «Һалдатҡа – бүләк» акцияһына ҡушылып, яугирҙарға посылка оҙатты улар. Илүзә Мөҙәрис ҡыҙы Ғималетдинова етәкселегендә Фәйрүзә һәм Рәшит Исламоратовтар, Ғәлиә Бикҡолова, апалы-һеңлеле Ғәлиә һәм Гүзәл Миңлебаевалар, Хәмиҙә Макулова һәм Рәйфә Хәсәнова һалдаттарыбыҙға 30-ҙан артыҡ пар йылы ойоҡбаштар бәйләп, шәхси гигиена әйберҙәре, бирсәткәләр, татлы ризыҡ – сәксәк һәм башҡа кәрәк-яраҡ әйберҙәр һалынған һигеҙ ҙур ҡумтаны ирекмәндәр штабына тапшырҙы.
– Йөрәк түренән яҙылған хаттар, бүләк-күстәнәстәр һалдаттарыбыҙға барып етеп, уларға дәрт-көс өҫтәп, тиҙерәк еңеү яуларға, тыуған яҡтарына имен-һау ҡайтырға яҙһын! Беҙ бында, тыуған еребеҙҙә, уларҙы яратып, һағынып көтәбеҙ, – ти иҫке итекәйҙәр.
Әйткәндәй, был апай-инәйҙәр Яңы Итекәй ауылынан МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙың улдары Руслан менән Ислам Харисовтарға «Йәншишмә» – гәзит-бүләк тә эшләне.

 

Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Талбазы ауылы лицейы.

Һалдаттарыбыҙға бүләктәр
Һалдаттарыбыҙға бүләктәр
Һалдаттарыбыҙға бүләктәр
Һалдаттарыбыҙға бүләктәр
Һалдаттарыбыҙға бүләктәр
Һалдаттарыбыҙға бүләктәр
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас