Күптән түгел улар сираттағы маскировка селтәрҙәре үреү эшен тамамланы. Мәктәп коллективына был ҙур күләмле эште башҡарып сығырға ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары һәм «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ағзалары ярҙам иткән. Махсус туҡыма менән ауҙарҙы мәктәптең 1992 йылғы сығарылыш уҡыусылары һатып алған. Ә туҡыманы таҫмаларға бесеүсе һәм махсус ауҙы тартып ҡуйыу өсөн ҡорамалды өлкән синыф уҡыусылары менән хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы Сибай Утарбаев эшләгән.
VII «А» синыфы уҡыусыһы Илсиә Хурамшина: «Маскировка селтәрҙәре үреүҙе мәктәптә ойоштороуҙары бик уңайлы. Тәнәфес ваҡытында ла әхирәттәрем Гөлшат Утарбаева, Йәсминә Дауытова менән ярҙамлашырға өлгөрәбеҙ. Һалдаттарыбыҙҙың тиҙерәк еңеү яулап ҡайтыуҙарын теләй-теләй үрәбеҙ», – ти ул. Илсиәнең һүҙҙәренә VII «Б» синыфы уҡыусыһы Эльвира Әминева ла ҡушылып:
– Беҙ, тылдағылар, тырышып яугирҙарыбыҙға ярҙам итергә тейешбеҙ. Сөнки барыһы ла еңеү өсөн бит. Ағайҙарға көс, сабырлыҡ һәм сәләмәтлек теләйем. Тиҙерәк һуғыш бөтһөн! – тине тулҡынланып.
Был мәктәптә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә ныҡлап тотонғандар. Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа әүҙемлек күрһәтә.
– Тиҙҙән был маскировка селтәрҙәре лә яугирҙарға оҙатыласаҡ. Мәктәбебеҙҙә балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында төрлө акциялар ойоштороп торабыҙ. Был изге эштән берәү ҙә ситтә ҡалмай.
Өлкән синыф уҡыусылары махсус дәрестәрҙә ҡоро душ эшләргә өйрәнде. Шулай уҡ яугирҙарға борщ һәм быҡтырылған ит әҙерләүҙә лә һынатманы улар.
Белем усағыбыҙҙа эшләп килгән Атайҙар ҡороноң эшмәкәрлеге лә юғары кимәлдә, тип әйтер инем. Уларҙың ярҙамы менән һалдаттарға 12 тимер мейес эшләп оҙаттыҡ. Тағы ла атайҙар яугир егеттәребеҙгә йылҡы итен дә хәстәрләне. Ҡаҙыһын мәктәп хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙар менән тултырҙы.
Һалдаттарыбыҙға башҡа кәрәк-яраҡ та ебәрергә тырышабыҙ. Фронтҡа дрондан һаҡлаусы 20 япма, дарыуҙар һәм кейемдәр ебәрҙек. Әйткәндәй, үҙем Атайҙар ҡоро рәйесе булараҡ, ошо гуманитар ылауҙы алып барыуҙа ҡатнаштым.
Мәктәбебеҙҙә ваҡытлыса ялға ҡайтҡан яугирҙар менән дә осрашыуҙар үткәреп торабыҙ, – ти Сибай Сәмиғулла улы.
Берҙәмлектә – беҙҙең көс! Иҫке Сибай мәктәбе ирекмәндәре лә быны яҡшы аңлай. Был изге эштәрҙе улар башлап йөрөй. Афарин!
Зөһрә ХӘКИМОВА.