+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Баймаҡтар өлгө күрһәтә

Беренсе Этҡол ауыл биләмәһенә өс ауыл ҡарай: Беренсе Этҡол, Ғәҙелбай һәм Шүлкә. Бындағы халыҡ татыу, эшһөйәр, тырыш һәм бер­ҙәм. Был яҡтарҙан да бик күп егеттәр мобилизация тулҡынына эләгеп һәм үҙ теләктәре менән Тыуған илебеҙҙе һаҡлау өсөн махсус хәрби операцияға юлланған. Шул ҡыйыу егеттәрҙең күбеһе Афған, Чечен һуғыштарында ҡат­наш­ҡан ветерандар икән.

Ағинәйҙәр өлгө күрһәтәАғинәйҙәр өлгө күрһәтә
Ағинәйҙәр өлгө күрһәтә

Еңеү тылда сүкелә, тигәндәй, илебеҙҙә махсус хәрби операция башланыу менән был ауылдыҡылар ҙа ҙур ойошҡанлыҡ менән изгелек эшенә тотондо.
– Беҙҙең «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ир-егеттәр ҡоро, ауыл халҡы менән бергәләп аҡсалата, әйберҙәр, боҙолмай торған аҙыҡ-түлек, медикаменттар менән яугирҙарыбыҙға ярҙам итеп тора. Һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Беҙ, ағинәйҙәр, ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары менән берлектә йылы йөн ойоҡбаштар бәйләй, маскировка селтәрҙәре үрә башланыҡ. Мәрхүмдәргә аят уҡытып, төшкән хәйер-саҙаҡа аҡсаһын яугир егеттәребеҙгә биреп торабыҙ.
Маскировка селтәре үреү өсөн туҡыманы беҙгә Рима Буранбаева менән Таһир Мортазин ҡырҡып бирҙе. Уларға рәхмәт әйтке килә. Әйткәндәй, Таһир Мортазин менән Азамат Азаматов станок эшләп тә бирҙе.
Ир-егеттәр ҡоро рәйесе Мөҙәрис Фазулла улы Әбелғазин егеттәр менән яу­гир­ҙарыбыҙға рация, тепловизор, ике электрогенератор хәстәрләп алып ебәрҙе. Шулай уҡ ауыл халҡынан йыйылған аҡсаға Курск өлкәһендәге ауылдаштарыбыҙға 22 ҡумтаға тултырып посылка әҙерләнек. Унда бишбармаҡ, быҡтырылған ит, ҡуйыртылған һөт, төрлө ярма, медикаменттар, йылы кейемдәр һәм башҡа бик күп кәрәк-яраҡ һалынды. Барып еткән күстәнәстәрҙе алғас, һалдаттар беҙгә рәхмәттәрен әйтеп, видео төшөрөп ебәрҙе.
Ауылыбыҙҙан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың һорауын үтәп, УАЗ машинаһы һатып алдыҡ. Уны ремонтлап, буяп егеттәребеҙгә алғы һыҙыҡҡа ебәр­ҙек. Машина эсенә үҙебеҙҙең күстәнәстәрҙе, кейемдәр, маскировка селтәрҙәре, бәләкәй 5 литрлыҡ газ баллондарын да һалдыҡ. Ғәҙелбай ауылының ир-егеттәре «Штиль» бысҡыһы ебәрҙе, – ти «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе Көнһылыу Әүхәҙи ҡыҙы Азаматова.
Беҙҙең баш осонда аяҙ күк булһын, тип үҙ ғүмер­ҙәрен аямаған барлыҡ яугирҙарыбыҙға сикһеҙ рәхмәт белдерәбеҙ. Илебеҙгә хәүеф янағанда ил һаҡларлыҡ ошондай батыр улдар үҫтергән ғәзиз әсәйҙәргә дан!

Әйткәндәй, Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе «Ағинәй­ҙәр» ойошмаһы етәксеһе Көнһылыу Әүхәҙи ҡыҙы  ике балаға гәзит-бүләк эшләгәйне. Айгүзәл Сөләймәнова – Сыңғыҙ мәктәбенең IV синыф уҡыусыһы. Уның атаһы ла махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ә Ислам Хисмәтуллин – күп балалы ғаиләнән. Унда 6 бала тәрбиәләнә. Атаһы вафат булып ҡал­ған. Ислам III синыфта уҡып йөрөй.
Ағинәйҙәр, ысынлап та, ҙур эш башҡара. Уларға сәләмәтлек һәм әлегеләй әүҙем булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ.

Ағинәйҙәр өлгө күрһәтә
Ағинәйҙәр өлгө күрһәтә
Ағинәйҙәр өлгө күрһәтә
Ағинәйҙәр өлгө күрһәтә
Ағинәйҙәр өлгө күрһәтә
Ағинәйҙәр өлгө күрһәтә
Ағинәйҙәр өлгө күрһәтә
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас