-Беҙ яуҙағы егеттәребеҙгә тәүгеләрҙан булып ярҙам итә башланыҡ. Ауылыбыҙҙың яугирҙарына исемләп тәғәйен генә посылка ебәрмәһәк тә, кемгә барып эләкһә лә, беҙ ҡыуанабыҙ. Һалдаттарыбыҙға һаҡлап йөрөтөүсе бетеүҙәр, дарыуҙар һәм ризыҡтарҙан ҡаҡланған ҡорот, ҡаҙы, көлдә бешерелгән картуф, сөсө икмәк ебәрергә тырышабыҙ. Шулай уҡ яугирҙарыбыҙға юрған, яҫтыҡ та ебәрҙек. Беҙҙең төркөмдәге ҡатын-ҡыҙҙар барыһы ла ихлас изгелек ҡыла. Уларҙың тормош иптәштәре лә ҙур ярҙам күрһәтә, – ти "Ағинәйҙәр" ойошмаһы етәксеһе Зифа Иҫәнова.
Беҙ килгәнде белгәс тә ошо ауыл ағинәйҙәре, «Йәншишмә» гәзите – изгелек кәштәһе» акцияһына ҡушылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙың ғәзиз балаһы Ралинаға гәзит-бүләк эшләне.
Ралина Әлибәкова – Баймаҡтағы 5-се мәктәптең I cиныф уҡыусыһы. Ул гел «бишле» билдәләренә генә уҡый. Төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, матур итеп бейей ҙә. Йомаш ағинәйҙәренең гәзит-бүләген дә шатлана-шатлана, рәхмәт әйтеп алды.
Зөһрә ХӘКИМОВА.
Баймаҡ районы.