

Уҡыусылар яугиргә һәм уның ата-әсәһенә матур концерт ҡуйып, йырҙар башҡарҙы. Ауылдың ағинәйҙәре ил һағында тороусыға һаҡланыу бетеүе бирһә, ирекмәндәр етәксеһе Зәйтүнә Таһир ҡыҙы Рәхмәтуллина гуманитар ярҙам иҫәбенән кәрәк-яраҡтар тапшырҙы.
Яугиребеҙгә һаулыҡ теләп, тиҙерәк Еңеү менән бар ир-заттарыбыҙҙың да иҫән-һау ҡайтыуын теләп таралыштыҡ. Һеҙҙе көтәбеҙ, яугирҙар!
З. Таһирова.
Баймаҡ районы, Сосновка ауылы.
Автор фотоһы.