

Ауыл халҡы иң беренселәрҙән булып аҡса йыйып, 7 баш һарыҡ һатып ала. Уларҙы яуҙағы ир-аттар имен-һау ҡайтһындар өсөн ауылдың иманы Салауат Рафиҡ улы Фәйзуллин ҡорбан итеп салған. Иттең бер өлөшөн Түбә ауылындағы ҡарттар йортона тапшырһалар, икенсе өлөшөн ауыл халҡына тараталар, ә ҡалғанынан әүҙем ауыл ағинәйҙәре һәм ҡатын-ҡыҙҙар яуҙағы егеттәргә 52 банка быҡтырылған ит әҙерләй. Шулай уҡ улар һалдаттарға 30-ҙан ашыу маскировка селтәрҙәре үргән һәм 150-нән артыҡ окоп шәмдәре һәм яугирҙарға 30-лаған иң кәрәк ҡотолоу беләҙектәре эшләгән. Был посылкаларҙы Баймаҡтағы ирекмәндәрҙең «Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам күрһәтеү үҙәге»нә алып барып тапшырғандар.
Рәзилә Әминева менән Зөлхәбирә Мырҙағәлина ауыл халҡынан һәм ситтә йәшәгән ауылдаштарынан аҡса йыйыу эшен алып бара. Уны һалдаттарға иң кәрәк-яраҡ әйберҙәр: медицина кәрәк-ярағы, дарыу, шәхси гигиена салфеткаһы һәм маскировка селтәрҙәре өсөн туҡыма һатып алыу өсөн тотоналар.
– Ауылыбыҙ эшҡыуарҙары Нәзифә Ишбулды ҡыҙы менән Булат Әширәф улы Рахманғоловтарҙың магазинына «Изгелек» ҡумталары ҡуйылған. Халыҡ унда һалдаттарға кәрәк-яраҡ әйберҙәр килтереп һалып тора. Шулай уҡ Булат Әширәф улы үҙенең шәхси һалма етештереү цехынан һалдаттарға бишбармаҡ ебәрҙе. Аталы-уллы эшҡыуарҙар Айҙар менән Айсыуаҡ Ғәйетҡоловтарҙың үҙҙәренең ағас эшкәртеү цехы бар. Улар ҙа биш тапҡыр ылау ойоштороп, КамАЗ машинаһында 87 кубометр ағас-төҙөлөш материалдары оҙатты. Тағы ла «Бай» кооперативы эшҡыуарҙары Гөлдәр һәм Рөстәм Әхмәтовтар бер нисә тапҡыр киптерелгән ҡороттар һалып посылка әҙерләне.
Бер биләмәһенә ҡараған Үрге, Түбәнге Яйыҡбай, Байым, Икенсе Этҡол һәм Ниғәмәт ауылдарынан киткән яугирҙарҙың балаларын Ниғәмәт мәҙәниәт йортона саҡырып, «Бәхетле булһын бала саҡ» сараһын үткәрҙек. Уларға төрлө уйындар ойоштороп, күстәнәстәр тараттыҡ. Шулай уҡ яуҙағы һалдаттарыбыҙҙың ата-әсәләре өсөн «Әл-Фәтихә» мәсетенә сәй табыны әҙерләгәйнек, иманыбыҙ ир-егеттәребеҙҙең һау-сәләмәт ҡайтыуҙарын теләп аят бағышланы. Был изге эшкә ҡушылған ауылдаштарыбыҙға һәм ярҙам ҡулы һуҙған һәр кемгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, – ти «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе Зөлхәбирә Сәхиулла ҡыҙы.
Был ауылдың яугирҙары үҙҙәре лә ваҡытлыса ялға ҡайтҡанда ауылдаштарына ярҙам итергә генә тора. «Яҡуп» позывнойлы һалдат мәктәп уҡыусыларына – саңғылар, мәсеткә бер КамАЗ машинаһы төҙөлөш материалдары алһа, Яңы йылға балаларға тәмле-тәмле күстәнәстәр бүләк иткән. Данил исемле ауылдаштары ла кескәйҙәргә тәмлекәстәр таратҡан.
Әле ошо көндәрҙә «Нуғай» позывнойлы яугир ҙа махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып төшкән. Мәҙәниәт йортонда батыр һалдат менән матур осрашыу ойошторола. Унда мәктәп уҡыусылары, ауыл ағинәйҙәре ҡатнаша.
– Барығыҙға ла рәхмәт әйтәм. Һеҙҙең ебәргән посылкалар, башҡа әйберҙәр беҙгә ныҡ ҡәҙерле һәм ныҡ кәрәк. Бигерәк тә маскировка селтәрҙәре. Һеҙҙән килгән ылауҙарҙы көтөп алабыҙ. Күстәнәстәрегеҙ менән һыйланып шатланабыҙ. Хатта тыуған йорттарыбыҙға ҡайтып килгәндәй хис итәбеҙ үҙебеҙҙе. Шуға ихлас күңелдән бар ауылдаштарыма һаулыҡ теләйем һәм барыһы өсөн ҙур рәхмәтемде еткерәм, – тине яугир тулҡынланып.
Ул осрашыуға буш ҡул менән килмәгәйне. Уҡыусыларға төрлө-төрлө тәмлекәстәрҙе мул итеп таратты. Аҙаҡ инде бергәләшеп иҫтәлеккә фотоға төштөләр.
Ағинәйҙәр хәйерле юл теләп, доғалар уҡып фатиха бирһә, балалар «Нуғай» позывнойлы яугир ағайҙарын ҡосаҡлап-ҡосаҡлап изге теләктәрен әйтте. Ул тағы ла яуҙағы иптәштәре янына юллана бит.
Беҙ ҙә изге теләктәргә ҡушылабыҙ. Яугирҙарыбыҙҙың һәр береһе иҫән-һау булһын, яҡындары янына һау-сәләмәт ҡайтырға насип булһын!
Зөһрә ХӘКИМОВА.
Баймаҡ районы.
Фото: "Үрге Яйыҡбай мәҙәниәт йорто" төркөмө.