+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Яугир менән осрашыу

–Ағай, һеҙҙе алғы һыҙыҡта йөрөү ҡурҡытмаймы? – Окопта һыуыҡ түгелме?  – Унда һеҙ асыҡмайһығыҙмы?  – Көслө булып үҫер өсөн нимә эшләргә?.. Осрашыуға килгән балалар «Шах» позывнойлы яугирға һорауҙарын яуҙырҙы ғына. Ил һағында тороусы ҡыйыу һалдат ауылына ваҡытлыса ғына ҡайтҡан, ҡаты яралары төҙәлгәнсе дауалана икән.

Унда Әҙеһәм Әлибаев исемендәге Йомаш мәктәбе директоры  Айһылыу Фәхри ҡыҙы Юнысбаева, урынбаҫары  Лилиә Вәлиәхмәт ҡыҙы Байсубаҡова, физкультура уҡытыусыһы Йәғәфәр Әмир улы Йәғәфәров, тарих уҡытыусыһы Рәсүл Мират улы Тимербулатов та ҡатнашты. Шулай уҡ Йомаш ауыл биләмәһе хакимиәте эштәр идарасыһы Әлиә Әхмәтйән ҡыҙы Никитенко ла саҡырылғайны.

– Беҙҙең дә егеттәр махсус хәрби операцияла ҡыйыулыҡ  күрһәтә.  Улар араһында  «Шах» та бар. Ауылдашыбыҙ алғы һыҙыҡта дошман менән батырҙарса алышҡан, ҡаты яраланған. Уның менән осрашыуға ашҡынып килдем, – тине ул.

Яугирҙың мәктәптә уҡыған сағында синыф етәксеһе булған Нәсимә Фәйзрахман ҡыҙы Хисмәтуллина:

– Был уҡыусымдың әсәһе – беҙҙең белем усағының ветераны. Бәләкәйҙән  спортта сынығып, эш яратып үҫте. Әрме сафына баҫҡас, уға Чечен һуғышында ла ҡатнашырға тура килде, – тип хәтирәләре менән бүлеште.

Балалар осрашыуға килгән яугир ағайҙарын ихлас тыңлап ултырҙы. Был көндө улар махсус хәрби операция, унда ҡатнашҡан һалдаттар тураһында күпте белеп ҡалды.

– Спорт менән дуҫ булығыҙ, яҡшы уҡығыҙ. Атай-әсәйҙәрегеҙҙе, уҡытыусыларығыҙҙы тыңлағыҙ. Ҡыйыу, түҙемле, сыҙамлы, илһөйәр, булып үҫегеҙ. Әммә һеҙгә беҙ күргәнде күрергә, татырға яҙмаһын инде. Донъялар тыныс булһын! – тип тамамланы «Шах» һүҙен.

Осрашыу аҙағында ауылдың ағинәйе Шәһиҙә Бәғҙәт ҡыҙы Юнысбаеваның әсәйҙәргә бағышланған йырын тыңлағанда барыһының күҙенә йәш тулды.

– Балаҡай, һиңә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, тыуған йортона үҙ аяҡтарыңда имен-һау еңеү менән ҡайтыуыңды теләп ҡалабыҙ, – тип фатихаһын да бирҙе ул.

Бына шундай тулҡынландырғыс осрашыуҙың шаһиты булдым.

 

 Зөһрә ХӘКИМОВА.

Баймаҡ районы.

Яугир менән осрашыу
Яугир менән осрашыу
Яугир менән осрашыу
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас