+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Исемдәре ҡалды уйылып...

Төрөмбәт ауылында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Рәсимә һәм Айнур Сәйфетдиновтар башланғысы менән менән таҡтаташ асыу тантанаһы уҙҙы. Махсус хәрби операцияла баштарын һалған яугирҙарға арналды ул.

Исемдәре ҡалды уйылып...Исемдәре ҡалды уйылып...
Исемдәре ҡалды уйылып...

Был сарала мин дә ҡатнаштым. Унда яу яланында батырлыҡ күрһәтеүселәр тураһында белдем, ҡыйыу улдар үҫтергән ата-әсәләр менән таныштым.
Был көндө беҙҙең тыныслыҡ өсөн баштарын һалған һалдаттарҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар. Ауылдаштар уларҙың ата-әсәләренә, яҡындарына сабырлыҡ, һаулыҡ теләне.
Таҡтаташ мәҙәниәт йорто эргәһенә ҡуйылды. Мәрмәр ташта яугирҙарҙың исемдәре ҡалды уйылып...

 

Асия ӘСФӘНДИӘРОВА, III синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы,
Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Исемдәре ҡалды уйылып...
Исемдәре ҡалды уйылып...
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас