+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Ҡыйыу һалдат булды

Махсус хәрби операция ваҡытында батыр­ҙарса һәләк булған ағайым, рядовой Вилдан Вәлиевте һуңғы юлға оҙаттыҡ. Уның яратҡан кәләше һәм ғәзиз улы ҡалды...

Ҡыйыу һалдат булдыҠыйыу һалдат булды
Ҡыйыу һалдат булды

Ағайым 1995 йылдың 1 мартында Байназар ауылында донъяға килә. Мәктәп йылдарында ул үҙен яҡшы уҡыусы итеп күрһәтә. Эшһөйәр була, һәр сарала әүҙем ҡатнаша. Үҙ фекере булған, ҡыйыу холҡо менән синыфташтары араһында ихтирам яулай. Спортты ярата. Саңғы, волейбол һәм футбол буйынса үткәрелгән ярыштарҙа һынатмай.
Мәктәпте тамамлағас, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумына уҡырға бара. 2015 йылдың декабрендә әрме сафына алына. Хәрби бурысын Мәскәү ҡалаһында үтәп ҡайтҡандан һуң, техникумда уҡыуын дауам итеп, ветеринар һөнәренә диплом алып сыға.
Илебеҙҙә махсус хәрби операция иғлан ителгәс, 2022 йылдың 28 сентябрендә хәрби хеҙмәткә алына. Ул Тыуған илебеҙҙең тыныслығын яҡлап, ҡыйыу һуғышты.
Әлеге ваҡытта Байназар мәктәбендә Вилдан ағайым иҫтәлегенә «Герой партаһы» булдырылды. Унда яҡшы уҡыған, өлгөлө уҡыусылар ғына ултырасаҡ.

 

Азалина ЮЛМӨХӘМӘТОВА, VI cиныф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Аҫҡар мәктәбе.

Ҡыйыу һалдат булды
Ҡыйыу һалдат булды
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас