+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Изге доғалар һаҡлаһын һине, батыр егет!

 – Минең уҡыусым ул, шул тиклем тәртипле, яуаплы, тырыш, ярҙамсыл булды. Бер ваҡытта ла, бер кемгә лә тауыш күтәреп, тупаҫ ҡыланманы. Һәр кем менән уртаҡ тел табып, ипле генә итеп һөйләшеп, барыһы менән дуҫ була белде. Үҙен синыфташтары ныҡ хөрмәт итеп, яратып ҡына торҙо, – ти «Артист» позывнойлы яугирҙың синыф етәксеһе Дилә Әҙеһәм ҡыҙы Исхаҡова.

Изге доғалар һаҡлаһын һине, батыр егет!Изге доғалар һаҡлаһын һине, батыр егет!
Изге доғалар һаҡлаһын һине, батыр егет!

 Был яугир Баймаҡ районы Түбә мәктәбен тик «яҡшы» һәм «бишле» билдәләренә генә тамамлағас, Өфөләге сәнғәт училищеһына уҡырға инә. I курстан төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаша башлай. Үҙенә хатта аҡса ла түләйҙәр әле. Бер ҙә эштән ҡурҡып тормай, урам һепереүсеһе лә була. Ә уҡыуының һуңғы курсында уны филармониялағы Башҡортостандың Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестрына эшкә саҡыралар. Шуның араһында хәрби комиссариат аша уҡып, водитель таныҡлығын алғас, әрме сафына баҫа. Ҡыйыу егет унда ла һынатмай. Сөнки ул бала саҡтан өлгөр, тырыш була. Шахмат, ҡурай түңәрәктәренә һәм теннис, воллейбол секцияларына йөрөй. Буш ваҡыттарында атаһы менән Талҡаҫ күлендә балыҡ ҡармаҡларға ярата. Шулай үҫмер бар яҡтан сынығыу дәрестәрен алып, көслө, ныҡышмал, үҙ һүҙендә торған ҡыйыу егеткә әүерелә. Ул Владикавказда Хәрби һауа көстәре ғәскәрендә лайыҡлы хеҙмәт итеп ҡайта.

Әлеге көндә «Артист» махсус хәрби операцияла ил алдындағы изге бурысын намыҫлы үтәй. Ҡурҡыу белмәҫ батырҙың күкрәген II дәрәжә «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн», «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» һәм Жуков миҙалдары биҙәй. Әйткәндәй, тағы ла яугирҙың «Кавказдағы хәрби хеҙмәте өсөн» күкрәк билдәһе, «19 ноябрь – Ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия көнө», «9 Май парадында ҡатнашҡан өсөн», «Сүриәләге хәрби операцияла ҡатнашыусы» тигән наградалары бар.

Һәр нәмәгә етди ҡараған егет ваҡытлыса ялға ҡайтҡанында Ғүмәр ауылындағы «Алтынай» балалар баҡсаһында кескәйҙәр менән осраша. Был хаҡта балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Миңзәлә Мират ҡыҙы Үҙәнбаева:

– Ул ваҡытта районда маскировка селтәрҙәрен үреү саҡ башланып ҡына тора ине. Беҙ үҙебеҙҙең эште «Ғүмәр ауылынан» тип яҙып, Баймаҡта үткән күргәҙмәгә алып килдек. Тап шул ваҡытта яугирҙың әсәһенең һорауы буйынса селтәр эҙләүе асыҡланды. Шулай итеп, был селтәр «Артист» ҡулына барып эләгә. Шул ваҡыт егет ғүмәрҙәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерә, ялға ҡайтҡас, мотлаҡ улар менән осрашасағын белдерә, – тип һөйләй.

Бына түҙемһеҙлек менән көткән көн килеп етә. Әйткән һүҙендә тора егет. Балалар менән шул тиклем матур һәм иҫтәлекле осрашыу була.

– Улым менән Ғүмәр ауылына юлға сыҡтыҡ. Уның, әлбиттә, ваҡыты бик тығыҙ ине. Һәр көнө алдан планлаштырылған. Бар ерҙә лә үҙен көтәләр.

Юлда улым машинаның тиҙлеген арттырып: «Әсәй, беҙгә бер минутҡа ла һуңламай барып етергә кәрәк. Офицер һүҙе үтәлергә тейеш», – тип етди генә әйтеп ҡуйҙы. Аллаға шөкөр, әйтелгән ваҡытҡа барып еттек. Бына шулай улым һәр нәмәгә бик яуаплы һәм талапсан ҡарай. Тәртип, таҙалыҡ буйынса ла гел өлгөлө булды. Уға бер ваҡытта ла тәнҡит һүҙен әйткәнебеҙ юҡ. Мәктәп йылдарында ла гел тырышып, бар сараларҙа әүҙем ҡатнашып йөрөнө. Дәрес ҡалдырманы – хатта буран, һыуыҡ көндәрҙә лә мәктәпкә сығып китә ине. Уҡытыусылар әле лә көлөп һөйләй: «Беҙҙең Илшат бер үҙе мәктәптә уҡып, ҡайтып китә ине». Уның хаҡында, Аллаға шөкөр, бер ҡасан да ҡырын һүҙ ишетмәнек, яҡшынан башҡа. Студент сағынан үҙе эшләп, аҡса тапты. Беҙҙән алмай ҙа ине. Әле лә ике ҡалала үҙенә фатир хәстәрләп ҡуйған. Ғәлиә апаһының Алмаз улы менән Азалиә ҡыҙҙарын яратып ҡына тора. Уларға бүләктәрҙең ниндәйен генә алмай ул.

Дуҫтары  күп. Үҙе артығын һөйләп тә бармай, бик тыныс ҡына итеп тыңлап ултырырға ярата. Әле улыма – 31 йәш. Өйләнмәгән. Үҙ телендә тап-таҙа һөйләшә. Бер урыҫ һүҙен ҡыҫтырмай. Буласаҡ кәләшен дә рухлы, үҙебеҙҙең мәҙәниәтте ихтирам иткән ҡыҙҙар араһынан эҙләй, буғай…

Төрлө телдәр өйрәнә. Ғәрәпсә яҡшы белә. Шуға ла Сүриә илендәге хәрби операцияға уны һайлап алдылар.

Күңеле лә ихлас, матур итеп йырлай, ҡурайын һәр ваҡыт үҙе менән алып йөрөй. Ғүмәр ауылындағы осрашыуҙа ла ағинәйҙәрҙе, кескәйҙәрҙе ҡурайында бейетеп, һалдатты яуға оҙатыу йолаһын бар шарттарға тура килтереп башҡарып ҡайттыҡ, – ти яугирҙың әсәһе Фәниә Мөхәмәтшәриф ҡыҙы Мәҡсүтова.

Рухлы яугирҙың өлгө алырҙай шәхестәре бик күп. Ул иң ҡәҙерле кешеләре – атаһы Азат Зөбәйер улы менән әсәһе Фәниә Мөхәмәтшәриф ҡыҙына гел рәхмәтен белдерә. Әйткәндәй, яугирҙың атаһы ла яуҙан  ҡайтҡан һалдаттарҙы оҙатып һәм алып ҡайтып йөрөй, ылау ташыуҙа ярҙам итә.

– Остазым, башҡорт музыкаһы сәнғәтенең күренекле әһеле, Өфө дәүләт сәнғәт институтының башҡорт музыкаһы факультеты деканы Азат Айытҡоловҡа ихтирамым ҙур. Башҡорт ҡурайын һаҡлау, яңынан-яңы ҡурайсыларҙы үҫтереү өсөн бар көсөн һалған уҡытыусыма һоҡланам. Уны менән осрашһам, ваҡытын йәлләменсә иғтибарын бүлеп, ҡурайҙа ихлас уйнап ултырырға әҙер. Ҡурайсыларҙың дәүләт ансамбле барлыҡҡа килеүе, һис шикһеҙ, остазымдың оло ҡаҙанышы, – ти хөрмәтле уҡытыусыһы хаҡында яугир. – Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов, Алдар батыр, Ҡаһым түрәләргә һоҡланам. Башҡорттар борон-борондан һуғыштарҙа ҡатнашҡан бит инде. Еңелеү белмәҫ яугирҙарыбыҙ Парижды яулаған, урамдарынан ҡурайҙа уйнап үткән. Германияның Шварц ауылындағы сиркәүҙең көмбәҙендә әле лә башҡорт яугирының йәйәнән атҡан уғы тора. «Бында башҡорттар булған», – тип урындағы халыҡ уны ҡомартҡы итеп һаҡлай.

Данлыҡлы 112-cе Башҡорт атлы дивизияһында 78 кеше – Советтар Союзы Геройы, бишәүһе Дан орденының тулы кавалеры була. Бөйөк Ватан һуғышында ундай ҡаҙаныштарға өлгәшкән берҙән-бер кавалерия дивизияһы бит. Ошо башҡорт яугирҙарының даны рухымды нығыта, – тип һөйләй осрашыуҙарҙа яугир.

«Артист» ихлас, кешелекле булғас, үҙен дә гел матур күңелле кешеләр уратып алған. Былтыр ноябрь аҙағында машинала китеп барғанда танкка ҡаршы ҡуйылған минаға эләккәндәр. Барыһы ла имен ҡалған, тик яраланыусылар булған. Үҙен вертолёт менән Севастополгә алып киләләр. Шунда яҡташтары уның госпиталдә икәнен белеп ҡала. «Башҡортостан» гәзите журналисы Таңсулпан Байтимерова Ҡырымдағы ирекмән Сәриә Ғиниәтуллина менән бәйләнешкә сыға. Ә Сәриә инәй иртәгеһенә үк күстәнәстәрен ҡосаҡлап килеп етә. Тағы ла Ялта ҡалаһынан бер нисә башҡорт апайы көн дә хәл белешеп йөрөгән.

Госпиталдә сағында Өфөнән егеттәр ҡурай ҙа ебәрә әле. Ныҡ ҡыуана был бүләккә. Уны ҡурай яһау оҫтаһы Урал Хөснуллин, ҡурайсылар Юлай Ҡасимов менән Венер Сәйфетдинов Ялтаға тиклем юлсы табып, ике көндә ҡурайлы иткән. Яугир янына килгән инәйҙәренә башҡорт көйҙәрен уйнап, рәхмәтен белдергән. Улай ғына ла түгел, Сәриә инәй Ҡырым матурлығын күрһәтеп, диңгеҙгә алып барып, өйөндә йоҡлатып, Башҡортостанға поезға ултыртып, вокзалда оҙатып ҡалған. Ә Өфөгә килеп еткәс, хөрмәтле остазы Азат Айытҡолов ҡаршы алып, дауаханаға үҙе алып барған. Ғөмүмән, шифаханала булған саҡта ла батыр яугирҙы дуҫтары, туғандары, синыфташтары, данлыҡлы сәнғәт кешеләре, хатта республика етәкселәре лә килеп хәлен белешкән.

Әле мәҡәлә яҙылған мәлдә артиллерия взводының командиры яраланып, Мәскәүҙәге госпиталдә дауаланыуын дауам итә. Уның янына эш сәфәре буйынса баш ҡалаға барған Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов инеп, осрашып ҡайтҡан.

Беҙ ҙә яугирға сәләмәтлек теләйбеҙ, яҡындарыңдың изге доғалары, фатихалары бер үк һаҡлаһын һине, беҙҙең батырыбыҙ!

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Изге доғалар һаҡлаһын һине, батыр егет!
Изге доғалар һаҡлаһын һине, батыр егет!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас