

Илебеҙ тарихына ҡанлы юлдар булып яҙылған шул саҡтарға 80 йылдан ашыу ваҡыт уҙған. Һәм бына тарих ҡабатлана. Әле лә Башҡортостан уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға үҙҙәренең рәхмәттәрен, изге теләктәрен белдереп хаттар яҙа. Был хаттар һалдаттарға рухтарын күтәрергә көс бирә, еңеүгә дәртләндерә. Балалар яҙған сәләмдәрҙе улар күҙ йәштәре аша уҡый, ҡәҙерләп һаҡлап йөрөтә...
Социаль селтәрҙәге үҙемдең «Башҡорт телем» төркөмөндә «Өскөл хаттар» акцияһын иғлан иттем. Быны ишетеү менән беҙҙең тоғро дуҫтарыбыҙ – тел һағында тороусы әүҙем башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башланғыс синыфтар уҡытыусылары уҡыусылары менән хаттар яҙып, һүрәттәр төшөрөп, һалдаттарға ҡоро душ һәм башҡа иң кәрәкле әйберҙәр әҙерләне. Посылкалар Баймаҡтағы «Беҙ бергә! Мы вместе!» ирекмәндәр төркөмөнә тапшыраласаҡ.
Уҡытыусы һәм уҡыусыларға рәхмәтем ҙур, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер генә торалар. Шулай берҙәм, бергә булайыҡ. Әлдә һеҙ бар әле донъяла, тип ҡыуандым. Ойошторған акциябыҙ килеп сыҡты.
Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр. Бына махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарҙың иҫән-һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләп, изгелек акцияһына үҙ өлөштәрен индереүселәр: Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһынан Розалиә Әхмәт ҡыҙы ЙӘЛИЛОВА, Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы ҺАТЛЫҠОВА, Талбазы лицейынан Рәйсә Усман ҡыҙы ИСЛАМҒОЛОВА, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының «Фәнни-мәғлүмәти-методик үҙәк» өҫтәмә белем биреү учреждениеһының туған телдәр буйынса методисы Фирҙәүсә Фәһим ҡыҙы ҒӘЗИЗОВА, Баймаҡ районы Кәрешкә мәктәбенән Яңылбикә Рауил ҡыҙы ВӘЛИШИНА, Аҡморон мәктәбенән Фәйрүзә Хөрмәт ҡыҙы АЗАМАТОВА, Гөлназ Мөхәмәҙи ҡыҙы АЗАМАТОВА, Бикештән Сәриә Иштуған ҡыҙы ИШМЫРҘИНА, Баймаҡтағы 5-се мәктәптән Динә Ғәфүр ҡыҙы МЫРҘАҒӘЛИНА, Бөрйән районы Яуымбай мәктәбенән Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы СӘЙӘХОВА, Дүртөйлөләге Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһынан Руфина Зәки ҡыҙы КАМАЛОВА, Сибайҙағы 3-сө республика полилингваль күп профилле интернат-гимназияһынан Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы АЛДЫРХАНОВА, Салауат районы Янғантау мәктәбенән Әлиә Ишморат ҡыҙы ИШБУЛДИНА, Миәшәгәр мәктәбенән Миләүшә Рәжәп ҡыҙы САҘРЕТДИНОВА, Туймазы районы Бишҡурай мәктәбенән Ләлә Фәнүр ҡыҙы АБЗАЛОВА, Хәйбулла районы Татырүҙәк мәктәбенән Гөлназ Әнүәр ҡыҙы НАЗАРОВА, Өфөләге Максим Горький исемендәге 3-сө гимназиянан Фәнгизә Рафаил ҡыҙы НАФИҠОВА, Гөлназ Мөхәмәт ҡыҙы САДЫҠОВА, Зәйнәб Биишева исемендәге 40-сы башҡорт гимназияһынан Әлфирә Әнүәр ҡыҙы ИСКӘНДӘРОВА, 161-се лицейҙан Миләүшә Нурулла ҡыҙы МОРАТШИНА һәм бергә эшләгән хеҙмәттәшем Римма Фәйзулла ҡыҙы БАЙМЫРҘИНА.
Тамсынан күл йыйыла, ти башҡорт халҡы. Ил өҫтөнә төшкән һынауҙы бергәләшеп күтәргәндә, еңеү өсөн бер маҡсатта, бер уй-ниәттә эшләгәндә, ҡул көсөнә – рух ныҡлығын, ниәткә – ғәмәлде, ғәмәл барышына изге доғаларҙы ҡушҡанда ғына дөйөм маҡсатҡа ирешергә мөмкин. Ошоно тылдағылар ҙа, алыҫтағы яу ҡырында беҙҙең именлек, баш особоҙҙа аяҙ күк йөҙө булһын, тип үҙ ғүмерҙәрен аямағандар ҙа тоя. Маҡсаты берҙең ниәттәрҙе бойомға ашырыр форсаттары ла күп. Һәр кемебеҙ ҙур өмөттәр менән Еңеү килеренә ышана. Ышаныс һәм өмөттөң кешене, донъяны йәшәтер көсө сикһеҙ.
Яу ҡырындағы яҡташтарыбыҙға яҙған өскөл хаттарыбыҙ тыуған яҡтың сәләме булып барып етер һәм уларҙы һөйөндөрөр, тип ышанабыҙ. Беҙҙең йөрәк йылыһы һалдаттарға көс бирһен. Еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, батырҙарыбыҙ!
Зөһрә ХӘКИМОВА.
Хаят ЙӘРМӨХӘМӘТОВА коллажы.