+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Ил һаҡларға яуға китте...
3 Сентябрь 2025, 05:50

Өскөл хаттарыбыҙ һалдаттарға юлланды / «Өскөл хаттар»: тепло сердец для солдат

Социаль селтәрҙәге мин ойошторған «Башҡорт телем» төркөмөндәге уҡытыусылар үҙҙәренең уҡыусылары менән «Өскөл хаттар» акцияһында ҡатнашҡайны. В группе «Башкирский язык», которую я создала в социальной сети, учителя и их ученики с энтузиазмом присоединились к акции «Өскөл хаттар».

Өскөл хаттарыбыҙ һалдаттарға юлланды / «Өскөл хаттар»: тепло сердец для солдатӨскөл хаттарыбыҙ һалдаттарға юлланды / «Өскөл хаттар»: тепло сердец для солдат
Өскөл хаттарыбыҙ һалдаттарға юлланды / «Өскөл хаттар»: тепло сердец для солдат

Уның барышында мәктәп балалары хаттар яҙып, һүрәттәр төшөрөп, һалдаттарға ҡоро душ һәм башҡа кәрәк-яраҡ әйберҙәр әҙерләгәйне. Был хаҡта тулыһынса гәзитебеҙҙең 32-се һанында яҙғайныҡ инде. Күптән түгел шул посылкаларҙы Баймаҡтағы «Беҙ бергә! Мы вместе!» ирекмәндәр төркөмөнә алып барып тапшырҙыҡ. Уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға рәхмәтебеҙ ҙур, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер генә торалар. Шулай берҙәм, бергә булайыҡ!

Посылкаларҙы тапшырған мәлдә Баймаҡтағы кескәй дуҫтарыбыҙ ҙа килеп еткәйне. Кемдәр, тиһегеҙме? Был уҡыусылар хаҡында ла гәзитебеҙҙә яҙып сыҡҡаныбыҙ булды. Таныйһығыҙҙыр? Улар һәр ваҡыт гәзиткә яҙылып, һәр һанын уҡып бара. Әле лә акцияға Баймаҡтағы 5-се мәктәптән Арсен Тотманов һәм 4-се лицейҙан Алтынай менән һеңлеһе Азалиә Теләүсиналар ихлас ҡушылды. Шулай итеп, бергәләп тапшырҙыҡ республика буйынса йыйылған төрлө мәктәп уҡыусыларының өскөл хаттарын.

Беҙҙе «Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам күрһәтеү үҙәге»ндә «Беҙ бергә! Мы вместе!» ирекмәндәр ойошмаһының етәксеһе Лилиә Такаева бик йылы ҡаршы алды. Унан рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү ҡыуаныслы ине. «Әлеге көндә уҡыусыларҙың яҙған хаттарын яуҙағылар һәр ваҡыт көтөп ала. Һалдаттарыбыҙ уларҙы кеҫәләрендә һаҡлап ҡына йөрөтә, һеҙ, балалар, йөрәк түренән яҙылған бик ҡәҙерле хаттар тапшырҙығыҙ», – тине ул.

Тиҙҙән яу ҡырындағы яҡташтарыбыҙға яҙған өскөл хаттар тыуған яҡтың сәләме булып барып етер һәм уларҙы һөйөндөрөр, тип ышанабыҙ. Яуҙағы егеттәр беҙҙең иғтибарға, йөрәк йылыһына бик тә мохтаж бит.

Иҫән-һау еңеү менән әйләнеп ҡайтығыҙ, беҙҙе һаҡлаусы һалдаттар!

Әйткәндәй, был хаҡта тулыһынса ошо көндәрҙә донъя күргән тәүге китабым Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә баҫтырылған «Еңеү ҡайтыр атай менән» – «Отцы вернутся с победой» йыйынтығына индерелде. Был китап башҡорт, урыҫ һәм Башҡортостанда йәшәгән башҡа милләт телендә баҫтырылып сығарылды.

         Китап ике өлөштән тора: беренсеһе бөгөнгө беҙҙең тыныс тормошобоҙ өсөн йәнен аямай дошмандар менән яуҙа батырҙарса көрәшкән һалдат-геройҙарыбыҙ хаҡында булһа, икенсеһе тылдағы балалар һәм ололарҙың фиҙаҡәр хеҙмәттәре тураһында. Бында өс быуын дәүерҙәре ингән, тиһәм дә була. Китапта Еңеүҙең 80 йыллығына  арналған өлөшө лә бар. Бөйөк еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергән ҡәҙерле өләсәйем Фатима Ғәлина менән әсәйем Фәүзиә Иҫәндәүләтованың да хәтирәләре индерелде.

Хәҙерге быуын балаларының йөрәк ҡушыуы буйынса ҡулдарынан килгәнсә махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ярҙам итеүе үҙе - ҙур  батырлыҡ бит! Улар  шулай үҙ теләктәре менән өлкәндәргә ҡушылып изге эш башҡара. Китабымда ошо илһөйәр балалар хаҡында яҙылған да инде.
         Илебеҙ киләсәге — ошондай илһөйәр, ерһөйәр булып, аяғында ныҡ баҫып торған, яуаплылыҡ төшөнсәһен бәләкәйҙән тәрбиәләгән быуын ҡулында бит. Әлеге «Өскөл хаттар» акцияһын ойоштороуҙа ярҙам иткән хөрмәтле уҡытыусыларымды яңы уҡыу йылы башланыу менән барыһын  ҡотлайым. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм тағы ла яңы проекта ҡатнашырға яҙһын, Алла бирһә, барығыҙға ла ҙур рәхмәт!

«Өскөл хаттар»: тепло сердец для солдат

Ребята с душой писали письма, создавали трогательные рисунки и готовили сухие души, а также другие важные вещи для наших солдат. Об этой замечательной акции мы уже писали в 32-м номере нашей газеты. Совсем недавно мы с радостью доставили эти посылки в Баймак, в руки волонтерской группы «Беҙ бергә! Мы вместе!». Мы безмерно благодарны всем учителям и ученикам, которые всегда готовы прийти на помощь. Пусть наша сила будет в единстве и взаимной поддержке!

В момент передачи посылок к нам присоединились и наши дорогие юные друзья из Баймака! Если вы следите за нашей газетой, то наверняка их узнаете. Мы уже писали о них – это настоящие ценители наших материалов, которые всегда подписываются на газету и с энтузиазмом читают каждый выпуск. На этот раз к нашей замечательной акции с радостью присоединились Арсен Тутманов из 5-й школы Баймака, Алтынай Тляусина из 4-го лицея и ее сестренка Азалия. Благодаря им мы смогли вместе передать треугольные письма, собранные от школьников со всей республики.

В Центре  поддержки участников и ветеранов боевых действий нас радушно встретила Лилия Такаева, руководитель волонтерской организации «Беҙ бергә! Мы вместе!». Мы были тронуты ее словами благодарности. "Наши солдаты очень ждут весточек от детей, – поделилась Лилия Разгиловна. – Наши солдаты бережно хранят их в карманах, а ваши письма, написанные от всего сердца, стали для них настоящей ценностью». Мы надеемся, что эти письма от наших земляков скоро дойдут до адресатов и подарят им радость. Парни на передовой остро нуждаются в нашем внимании и душевном тепле. 

Кстати, об этом полностью рассказывается в моей первой книге, которая вышла в эти дни в издательстве имени Зайнаб Биишевой и называется "Отцы вернутся с победой". Этот сборник издан на башкирском, русском и других языках народов, проживающих в Башкортостане. Книга состоит из двух частей: первая часть посвящена нашим солдатам-героям, которые мужественно сражаются с врагами на войне ради нашей мирной жизни, а вторая часть рассказывает о самоотверженном труде детей и о самоотверженных тружениках тыла в Баймаке. Можно сказать, что в ней затронуты три поколения. В книге  есть раздел, посвящённый 80-летию Победы. Включены воспоминания моей дорогой бабушки Фатимы Галиной и мамы Фаузии Исяндавлетовой, которые внесли значительный вклад в приближение Великой Победы.

Истинная доблесть проявляется в помощи детей, которые по зову сердца делают всё возможное для поддержки наших солдат, участвующих в специальной военной операции. Эти юные патриоты добровольно присоединяются к взрослым, чтобы внести свой вклад в это важное дело. Моя книга также посвящена им. Будущее нашей страны – в руках такого поколения, воспитанного с детства в духе любви к Родине, ответственности и стойкости.

Поздравляем всех уважаемых учителей, организовавших акцию «Өскөл хаттар», с началом нового учебного года! Желаем вам крепкого здоровья и успехов в новых проектах. Огромное спасибо за ваш неоценимый труд!

Фото: Зөһрә ХӘКИМОВА.

Коллаж: Хаят ЙӘРМӨХӘМӘТОВА.

 

Өскөл хаттарыбыҙ һалдаттарға юлланды / «Өскөл хаттар»: тепло сердец для солдат
Өскөл хаттарыбыҙ һалдаттарға юлланды / «Өскөл хаттар»: тепло сердец для солдат
Өскөл хаттарыбыҙ һалдаттарға юлланды / «Өскөл хаттар»: тепло сердец для солдат
Өскөл хаттарыбыҙ һалдаттарға юлланды / «Өскөл хаттар»: тепло сердец для солдат
Өскөл хаттарыбыҙ һалдаттарға юлланды / «Өскөл хаттар»: тепло сердец для солдат
Өскөл хаттарыбыҙ һалдаттарға юлланды / «Өскөл хаттар»: тепло сердец для солдат
Өскөл хаттарыбыҙ һалдаттарға юлланды / «Өскөл хаттар»: тепло сердец для солдат
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас