+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Ил һаҡларға яуға китте...
9 Сентябрь 2025, 10:16

Шәмдәр яһаныҡ

Районыбыҙҙағы реабилитация үҙәге филиалында блиндаж шәмдәре эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Унда балалар ихлас ҡатнашты.

Шәмдәр яһаныҡШәмдәр яһаныҡ
Шәмдәр яһаныҡ

Блиндаж, йәғни окоп шәмдәре – парафин, ҡатырға һәм ҡалай банкаларҙан әҙерләнгән үҙенсәлекле яндырғыс ул. Ялан шарттарында аш-һыу әҙерләү, кейем киптереү, йылыныу өсөн ҡулланыу уңайлы. Бындай шәм 3 сәғәттән 5 сәғәткә тиклем яна ала, хатта көслө елдә лә һүнмәй.
Үҙәккә йөрөүсе һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар шәмдәрҙең төрҙәре күп икәнен белде. Блиндаж шәмдәренең барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштыҡ.
Нисек яһала һуң улар? Кәнсир банкаһын йыуырға, кип­терергә, осло ситтәрен бөгөргә, эсенә ҡатырға ҡуйырға һәм әкренләп иретелгән парафинды тултырырға кәрәк.
Шәмдәр яҡын арала махсус операция биләмәһенә ебәреләсәк. Улар яугирҙарыбыҙға файҙа килтерһен!

Элеонора КӘЛИЕВА, хеҙмәт буйынса инструктор.
Ҡалтасы районы.

Шәмдәр яһаныҡ
Шәмдәр яһаныҡ
Шәмдәр яһаныҡ
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас