+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Батырҙар исеме мәңгеләштерелде

Баймаҡ районы Беренсе Этҡол мәктәбендә бик тулҡынландырғыс сара булды.  Ошо ауылда тыуып буй еткереп, төплө  белем алып, махсус хәрби операцияла  батырҙарса һәләк булған Фәиз Хәсәнов, Ғәзизйән Мәхмүтов, Рәфис Ҡасҡынов, Зөфәр Ғәлин, Рөстәм Моталлапов, Фуат Ҡангилдин, Юлай Йәғәфәров, Иҙел Байназаров, Рим Мәхмүтов иҫтәлегенә арнап "Герой парта"лары асылды.

Батырҙар исеме мәңгеләштерелдеБатырҙар исеме мәңгеләштерелде
Батырҙар исеме мәңгеләштерелде

Батыргәрәй Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбендә патриотик тәрбиәгә ҙур әһәмиәт бирелә. Уҙған аҙнала ошо йүнәлештәге мөһим сараларҙың береһе - "Герой парта"лары асыу сараһы үтте. Тыуған ил алдындағы изге бурысын намыҫлы үтәп, һуңғы һулышына тиклем антына тоғролоҡ һаҡлап  махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм батырҙарса һәләк булған ауылдаштарыбыҙ, мәктәбебеҙҙең сығарылыш уҡыусылары Фәиз Хәсәнов, Ғәзизйән Мәхмүтов, Рәфис Ҡасҡынов, Зөфәр Ғәлин, Рөстәм Моталлапов, Фуат Ҡангилдин, Юлай Йәғәфәров, Иҙел Байназаров, Рим Мәхмүтов иҫтәлегенә арнап әҙерләнде был парталар. Тулҡынландырғыс та, моңһоу ҙа сарала Баймаҡ ҡалаһы,  Баймаҡ һәм Йылайыр райондарынарҙың ата-әсәләре, туғандары ҡатнашты. Кисә барышында уҡыусылар яугир һалдаттарҙың тормош һәм хеҙмәт юлы, күрһәткән батырлыҡтары тураһында мәғлүмәт бирҙе, ата-әсәйҙәр ҙә уҡыусыларға теләктәрен, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Саҡырылған ҡунаҡтар бындай сараларҙың йәш быуын өсөн әһәмиәтен билдәләп үтте, яҡындарын юғалтҡандарға сабырлыҡ теләне. Һуңынан Беренсе Этҡол мәсетенең мөәзине Азат Мәхмүтов шаһит киткән мәрхүмдәр рухына аят бағышланы.

Әйткәндәй, ошоға тиклем дә урындағы мәктәптә Чечен һуғышында һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған  һигеҙ егеткә лә  бындай парталар урынлаштырылғайны.

 Парталарҙағы геройҙар уҡыусылар өсөн батырлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө булып торор, бөйөк эштәргә саҡырыр, илгә тыныслыҡ килер, тигән өмөттә һәм теләктә йомғаҡланыҡ сараны.

Ватан өсөн яуға киткәндәрҙең

Ут эсендә тамды ҡандары.

Килер быуындарға өлгө булып

Мәңгелеккә ҡайтты дандары. (И.Әхмәтов).

 

Гүзәл Мәхмүтова,

мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Баймаҡ районы, Беренсе Этҡол ауылы.

Батырҙар исеме мәңгеләштерелде
Батырҙар исеме мәңгеләштерелде
Батырҙар исеме мәңгеләштерелде
Батырҙар исеме мәңгеләштерелде
Батырҙар исеме мәңгеләштерелде
Батырҙар исеме мәңгеләштерелде
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас