

Һалдаттарға хаттар яҙабыҙ, һүрәттәр төшөрөп, ҡағыҙ, ҡатырғанан танк эшләп тә ебәрәбеҙ.
Яҡташыбыҙ Зөһрә апай Хәкимова үҙенең яңыраҡ баҫылып сыҡҡан «Еңеү ҡайтыр атай менән» китабында беҙҙең дә башҡарған изге эштәребеҙ хаҡында яҙған. Быға ныҡ шатландыҡ. Был китапты ҡулыбыҙға алғас, «Атай, ағайҙарыбыҙ еңеү менән ҡайтһын!» тигән дәрестә ҡатнаштыҡ. Уҡытыусыбыҙ Нәзифә Хәлил ҡыҙы Мырҙағәлина үткәргән йөкмәткеле илһөйәрлек дәресе бик тулҡынландырғыс үтте. Китапта минең «Нуғай» позывнойлы ағайым хаҡында ла юлдар бар. Ғорурланып ултырҙым. Әлеге көндә яуҙа дошмандар менән көрәшкән һәм һәләк булған ауылдаш яугирҙар хаҡында уҡытыусыбыҙ бик матур итеп һөйләне. Барыбыҙ ҙа тып-тын тыңлап ултырҙыҡ. Беҙ китаптағы ҡыйыу йөрәкле ағайҙарға һаулыҡ һәм имен-һау тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Йыйынтыҡтың икенсе өлөшөндә беҙҙең кеүек уҡыусыларҙың башҡарған изге эштәре хаҡында ла ентекләп яҙылған. Фотолар ҙа матур.
Рияз Сакин, Гөлдәниә Ҡолһарина һәм Зилә Мортазина китапты тотоп-тотоп, оҙаҡ ҡараны. Сөнки уларҙың да атай, ағайҙары ошо яуҙа бит.
Рәхмәт, Зөһрә апай, шундай йөкмәткеле йыйынтыҡ баҫтырып сығарыуыҙға. Беҙ тағы дәртләнеп изгелек эшләргә тырышырбыҙ, тип уҡытыусыбыҙға һүҙ бирҙек.
Бөгөн беҙ дәрескә буш ҡул менән түгел, атай-ағайҙарға хаттар яҙып, һүрәттәр төшөрөп, йылы ойоҡбаштар тотоп килдек.
Эмилия ӘХМӘТОВА, III cиныф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Ниғәмәт мәктәбе.