-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Бер хат эҙенән

Баймаҡ биләмә-ара китапханаһында «Еңеү ҡайтыр атай менән» китабының исем туйында «Өскөл хаттар» акцияһын да ойошторҙоҡ. Уҡыусылар әүҙемлек күрһәтте.

Бер хат эҙенән
Бер хат эҙенән

Балаларҙың тырышып-тырышып яугир ағайҙарына хат яҙыуы ла бик тулҡынландырғыс мәл икәненә шаһит булдым. Уларға ҡарап берсә һоҡландым, берсә уйға ҡалдым...

Эйе, яуҙағы һалдаттарыбыҙ балаларҙың хәбәрҙәрен көтөп ала. Был бәләкәй генә һәм бик ҡәҙерле өскөл хаттар уларға илһам, дәрт бирә һәм өмөт уята.

Һеҙгә тетрәндергес хәл хаҡында һөйләгем килә. Уны мин тоғро дуҫыбыҙ, Билал ауыл китапханасыһы Райхана Булатованан ишеттем.

— Февраль айында VII синыф уҡыусылары менән яҙған хатыбыҙ Баймаҡ районының Басай ауылы егете Рөстәм Муллағәләмов ҡулына барып эләгә. Ул Айзилә Сирусинаныҡы булып сыға...

Хат яҙған көнөбөҙ бөгөнгөләй хәтерҙә. Уҡыусылар китапханаға йыйылғас, уны нисек башлап китергә, нимәләр яҙырға, тип бер аҙ аптырап ҡалды. «Үҙегеҙҙең күңелегеҙҙә ниндәй хис тойғолар бар, шуларҙы яҙығыҙ. Һалдат ағайҙарығыҙға изге теләктәрегеҙҙе теләгеҙ», — тинем.

Бер мәл ошо һалдат ата-әсәһенә шылтыратҡанында хат тураһында һөйләп: «Имен-һау тыуған яҡтарыма ҡайтһам, Билал ауылы китапханасыһына һәм хат яҙған уҡыусыға бүләк алып, күреп ҡайтырға уйлайым», — ти. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был әйткәндәре тормошҡа ашмай ҡала... Ул махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк була.

Бер көндө китапханаға осрашыуға яугирҙың атаһы менән әсәһе килеп етте. Рүзилә апай: «Рөстәмдең үле хәбәрен еткерҙеләр. Уның кәҫәһендә Билал мәктәбе уҡыусыһы Айзиләнең хаты табыла. Балаҡайғынам, хатты ҡырҡ асып уҡып, ҡәҙерләп кенә һаҡлап алып йөрөгән. Улымдың ҡанына мансылып бысрап, ҡан еҫе һеңеп бөткән. Мин уны һыулап һөртөп тә ҡараным, тик бөтөрә алманым. Рөстәм улымдың әйткән һүҙен, аманатын тапшырырға күргән төшөм сәбәп булды. Әллә ошо хат тураһында йыш уйлап йөрөгәнгә һуңғы ваҡыт бер нисә тапҡыр улым төшөмә инде. «Хат яҙыусыларҙы барып күрҙегеҙме, бүләк тапшырҙығыҙмы?» — тип һораны ул...

Беҙҙең менән мәктәптә осрашыу үткәргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Уҡыусыларҙың яҙған хаттарын һалдаттар һәр ваҡыт түҙемһеҙлек менән көтә, тыныс минуттарҙа уҡып үҙҙәренә көс ала. Тыуған яҡтан килгән сәләм хаты бигерәк тә ҡәҙерле шул. Рөстәм улым да ошо хатты күҙ ҡараһындай һаҡлағандыр инде», — тип һөйләне Рүзилә апай, күҙ йәшенә мансылып...

Бына шундай хәл була Билалда. VII синыф уҡыусыһы Айзилә Сирусинаға МХО яугиры Рөстәм Муллағәләмов мәрхүмдең аманатын ата-әсәһе Рүзилә апай һәм Рәил ағай алып барып тапшырған.

Тыныс йоҡла, яугир! Батырлығыңды мәңге онотмабыҙ. Һинең атай-әсәйеңә, туғандарыңа сабырлыҡ теләйбеҙ.

Бер хат эҙенән
Бер хат эҙенән
Бер хат эҙенән
Бер хат эҙенән
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас