-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ил һаҡларға яуға китте...
2 Декабрь 2025, 13:25

Илама әсәй, илама...

Был йырҙы махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Артур Ғәҙелшин -  «Айджи» (Баймаҡ районының Бетерә ауылы егете) башҡара. Артур Ғәҙелшин көйө һәм һүҙҙәре.

Илама әсәй, илама...
Илама әсәй, илама...

1. Беләм, әсәй, ауыр һиңә,
Көтөүҙәре ҡайтыуымдың.
Һәр көн һайын хаттар яҙаң,
Һорашып һин хәлдәремде.

Илама һин, әсәй, илама,
Минең өсөн бушҡа ҡайғырма.
Йыраҡтарҙан ҡайтып үбермен,
Тик илама, әсәй, илама.

2. Бер аҙ ғына хат булмаһа,
Борсолаһың тағы әсәй,
Ҡайғырып һин, минең өсөн,
Ағарттырҙым сәстәреңде.

3. Үтер айҙар, үтер йылдар,
Ҡайтырмын мин яндарыңа.
Ҡыуандырып һине, әсәй,
Йәшәрмен мин был донъяла.

 

Фото һәм сығанаҡ:  асыҡ социаль селтәрҙән.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас