-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ил һаҡларға яуға китте...
3 Декабрь 2025, 13:00

"Балаларыма мин һөйөклө әсәй ҙә, атай ҙа"

Асҡар ауылынан Регина Камалова — өс ул һәм өс ҡыҙ әсәһе. Тормош иптәше Илдар Рәшит улы махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булғандан һуң, алты балаһы менән яңғыҙ тороп ҡала.

"Балаларыма мин һөйөклө әсәй ҙә, атай ҙа"
"Балаларыма мин һөйөклө әсәй ҙә, атай ҙа"

Иң өлкәне Данил  - VI, Гүзәлиә - IV, Денир II синыфта белем ала, улар өсөһө лә 1-се Асҡар  мәктәбендә уҡый. Айгизә менән Эмилия балалар баҡсаһына йөрөй. Бәләкәсе Илмирға - 8 ай.

Һәр әсә балаларының бәхетле булыуын теләй, уларҙы арҡалы-яҡлаулы итеп үҫтергеһе килә. Регина ла шулай. Тормош һикәлтәләрен үткән көслө рухлы, сабыр ҡатын ул-ҡыҙҙарын һөйөү менән солғап, улдарын хәстәрлек менән сорнап алған. Алты бала. Алты төрлө характер. Һәр береһенең шөғөл-мауығыуҙары ла төрлө, яратҡан ризыҡтары, уйынсыҡтары ла, тигәндәй. Әммә йәш әсә һәр береһен тигеҙ ярата.

Яугир иптәше тураһында хәтерҙе мәңгеләштереүгә лә көс һала Регина. Тыуған көнөнә ҡарата район үҙәгендә ҙур баннер эшләтеп ҡуйҙы, көҙ махсус хәрби операцияла ҡаһармандарса һәләк булған Илдар Камалов иҫтәлегенә бағышлап йәйәнән уҡ атыу буйынса район ярышы уҙҙы. Үҙе кеүек үк ҡайғы кисергән яугир ҡатындары менән аралашып, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәй көслө ихтыярлы Регина Камалова.

 

 Сығанаҡ һәм фото: "Осҡон" гәзитенән.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас