Туймазынан Динара Шәйхетдинова ике йәшлек ҡыҙы менән өйҙә тыныс ҡына тормош иптәшен вахтанан көтөп, дауаханала эшләй ала ине... Тик ҡапыл ғына ҡустыһы мобилизацияланғандан һуң тормошҡа ҡарашы үҙгәреп китә. Ҡустыһы тауышһыҙ дрондар, артналеттар, госпиталдәрҙә табиптарҙың ауыр эше тураһында һөйләй. Был һөйләшеүҙән һуң Динара уйлана башлай. Яуҙағы һалдаттарға ярҙам нығыраҡ кәрәк яуҙа, тигән һығымтаға килә ул. Ҡабул иткән ҡарарын бер кемгә лә әйтмәй. Документтар әҙерләй башлай, медицина частары командирҙары менән һөйләшә... Уға һаман да бер уй тынғылыҡ бирмәй: яуға тиҙерәк барып, яралыларға ярҙам итергә кәрәк.
...Алғы һыҙыҡтағы хәл - барыһы ла күҙ алдына килтергәндән дә икенсерәк икән шул. Быға тиклем тыныс тормошта дауаханала эшләһә, ә яуҙа - атыу буйынса уҡыуҙар, брондә марш-бросоктар, артобстрел аҫтында тәүге сығыштар. Киләһе этапта - тактик медицина: тиҙ арала тын алыуҙы, ҡан ағыуҙы, аңды баһалау, бер нисә минут эсендә нимә эшләргә кәрәклеген хәл итеү, бер секундта жгут һалыу, тын алыу аппаратын тәьмин итеү, яралының беләгенә капельница ҡуйыу һәм яугирҙы эвакуациялау.
- Яуҙағы беренсе төндән һуң бөтә тән ауыртты, - тип һөйләй ул. - Тәүлекте йоҡоһоҙ үткәреү - норма. Снарядтар шартлауынан аяҡ аҫтында ер һелкенеп торғанда ла һин эшләүеңде дауам итәһең. Яралылар «конвейер» менән килгәндә лә барыһына өлгөрөргә, һәр минут - ҡәҙерле, кеше ғүмере өсөн көрәшеү...
Мине иң ғәжәпләндергәне — ярсыҡтарҙы тәндән сығарыу булды. Ул медицина магниты ярҙамында башҡарыла. Был әйбер ҡайһы берҙә ярҙам итә, ҡайһы берҙә - юҡ. Яралының тәнендә пластик һәм алюмин ярсыҡ ҡалһа, был осраҡта хирург ярҙамға килә.
Туймазыла эшләгән сағымда 10-15 кешене ҡабул итһәм, бында көнөнә 90 һалдатҡа бинт бәйләйем, 150 яугирҙың беләгенә капельница ҡуям. Кемдеңдер ҡан тамырҙары күренә, кемдекелер - юҡ. Һалдаттар ҙа төрлө йәштә бит, йәрәхәттәре лә төрлөсә, тик барыһының да уйында бер өмөт - тере ҡалыу! - ти ҡурҡыу белмәҫ шәфҡәт туташы.
Өлгөр Динара бар ерҙә лә тәжрибәлеләрҙән отоп ҡалырға тырыша. Табиптарҙың эргәһенән китмәй, өйрәнә. Күп тә үтмәй табиптар Динараның тырышып эшләгәнен күрә һәм дәртләндереп, хуплап ҡына тора.
Хәҙер Динара икенсе килешеү буйынса эшләй. Әле - һигеҙ ай. Өйҙә уны ғәзиз ике балаһы көтә. Ә хеҙмәттә ул - яугирҙарыбыҙҙы үлемдән ҡотҡарып алып ҡалыусы оло йөрәкле, ҡурҡыу белмәҫ ҡатын-ҡыҙ.
Күптән түгел уны “Бурысына тоғролоғо өсөн” билдәһе менән бүләкләгәндәр. Ҡыйыу шәфҡәт туташының оло йөрәкле, ҡурҡыу белмәҫ, кеше йәнле булыуы барыһын да һоҡландыра. Үҙен фәрештәләр һәм изге доғалар һаҡлап ҡына йөрөһөн инде!
Сығанаҡ һәм фото: Новости Белебея | Ҙур секрет