Балалар тырышып үҙҙәренең изге теләктәрен яуҙағы ағайҙарына еткерергә тырышты. Бишенселәр башта бар теләктәрен аҡ ҡағыҙға теҙҙе. Шунан матурлап, төҙәтеп сыҡҡас, һүрәт төшөрөлгән шыма «Һалдатҡа хат» тигәненә күсереп яҙып ҡуйҙылар. Тиҙҙән тыуған яҡ йылыһы менән һуғарылған хаттарҙы яуҙағы ағайҙары алып уҡырҙар, ҡыуанырҙар әле.
Был акцияла ҡатнашҡан бишенселәргә ҙур рәхмәт әйтке килә. Һалдаттарға был хаттар өмөт, дәрт һәм илһам бирә. Улар өсөн уҡыусыларҙың хаттары бик ҡәҙерле. Яуҙағылар һәр ваҡыт көтөп ала балаларҙың яҙғандарын һәм кеҫәләрендә һаҡлап ҡына йөрөтә.