Шундайҙарҙың береһе – Даниэль Ғәниев. «Бәхетле» позывнойы менән билдәле ул. Хәрби хәрәкәттәр ветераны, бокс буйынса спорт мастерлығына кандидат, профессиональ лига тренеры, Башҡортостан Республикаһы МХО ветерандары ассоциацияһы ағзаһы, «Ахмат» махсус һаҡлау отрядының ирекмән бүлеге-эвакуация төркөмө командиры һәм тактик медицина инструкторы. Күкрәген «Хәрби хеҙмәттәр өсөн» миҙалы биҙәй. Ул әле фалиж һуҡҡан балаларға ярҙам итеү менән мәшғүл.
Даниэль Ғаниев Өфө ҡалаһында тыуған, бәләкәйҙән спорт менән дуҫ. Махсус хәрби операция башланғас, ул да ил һағына баҫа. Ике тапҡыр Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, үҙ теләге менән яуға китә. Беренсе килешеү буйынса ул яуҙа яраланғандарҙы ут аҫтынан ҡотҡара, хәрби хәрәкәттәр биләмәһенең көтөлмәгән шарттарында операцияларҙы координациялауҙа ҡатнаша. «Эвакуация – ул физик көс кенә түгел, ә тиҙ реакция һәм командаға ышаныс», – ти «Бәхетле». Даниэль Рим улының икенсе килешеүе миномётты хеҙмәтләндереү менән бәйле булған. Ул был хаҡта: «Беҙ пехотаға ярҙам иттек. Бөтә операцияның уңышы беҙгә бәйле ине. Һынатмаҫҡа тырыштыҡ», – тип һөйләй. Тынғыһыҙ яугир бөгөн дә Тыуған иленә тыныс тормошта хеҙмәт итеүен дауам итә. Әле Башҡортостанда Чечен Республикаһы Башлығы вәкиле ярҙамсыһы булараҡ, социаль программаларҙы координациялау һәм ветерандарға ярҙам итеү менән шөғөлләнә. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының МХО ветерандары ассоциацияһы ағзаһы ла икән. Демобилизациянан һуң яугир ҙа, башҡа ветерандар кеүек, төрлө ҡыйынлыҡтарҙы татый. Хәрби хеҙмәттән һуң тыныс тормошҡа өйрәнеү, яраҡлашыу еңел булмай. Уға, әлбиттә, спорттағы тәжрибәһе ныҡ ярҙам иткән. Мөмкинлеге сикләнгән балалар менән эшләү һәм ярҙам итеү теләге ирекмәнлек акциялары ваҡытында тыуа. Был изгелек эшенә ул ихлас тотона. Бөгөн Даниэль Рим улы – балалар өсөн онлайн-тренер. Уның программаһы физик әҙерлеккә йүнәлтелгән. «Мин күнекмә генә үткәрмәйем. Һәр кемгә көс-дәрт тә бирергә тырышам. Һәр баланың мөмкинлектәрен, диагнозын иҫәпкә алып эшләйем», – ти ул. Шулай уҡ Даниэль Рим улы балалар клубтарында ла илһөйәрлек темаһы менән сығыш яһай. Төрлө социаль проекттар һәм ирекмәнлек эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Киләсәктә яуҙан ҡайтҡан һалдаттарҙың мөмкинлеге сикләнгән балаларға белем биреү буйынса федераль программа булдырыу хыялы менән йәшәй яугир-тренер. Кешене өмөт йәшәтә, ти ул. Һынатмаҫҡа, алға барырға кәрәк.
Лилиә САФИНА. Өфө ҡалаһы.