+22 °С
Дождь
VKOKМакс

Яугирҙарға - быҡтырылған ит

Баймаҡ районы Ҡолсора ауыл биләмәһенә ҡараған  Түбәнге һәм Үрге Иҙрис ауылы халҡы һәм ситтә йәшәгән ауылдаштары аҡса йыйып, МХО - ла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙ хөрмәтенә ҡорбан салдырған.

Яугирҙарға - быҡтырылған итЯугирҙарға - быҡтырылған ит
Яугирҙарға - быҡтырылған ит

Улар ошо изге ғәмәлдәрен тормошҡа ашырып, Үрге Иҙрис ауылы ҡатын - ҡыҙҙары  һалдаттарыбыҙға быҡтырылған ит  әҙерләне. Әүҙем ҡатын - ҡыҙҙар  изге теләк теләп ихлас башҡарҙы эштәрен. Һәр кемдең  бер генә теләк — тиҙерәк илебеҙгә тыныслыҡ килһен һәм егеттәребеҙ һау - сәләмәт  тыуған яҡтарына ҡайтһын!  Әҙерләгән ризыҡтар уларға көс - ҡеүәт бирһен, тыуған яҡтарының туҡлыҡлы һәм шифалы күстәнәсе булып, уларҙың күңелдәрен күтәрһен!

Фото һәм сығанаҡ: Газета Баймакского района, города/ Баймак гәзите

Яугирҙарға - быҡтырылған ит
Яугирҙарға - быҡтырылған ит
Яугирҙарға - быҡтырылған ит
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас