Уҡыусылар сәләмдәрен яҙып бөткәс, түңәрәк етәксеһе Раушания Хәтип ҡыҙы Рәхимова менән бергәләшеп «Беҙ — бергә!» ирекмәндәр штабына хаттарын тапшырырға барҙы. Уларҙы Сәлимйән ағайҙары Италмасов ҡаршы алды. Ул штабта бик файҙалы һәм эстәлекле экскурсия үткәреп, яугирҙар тапшырған трофейҙар менән таныштырҙы. Уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
— Балалар өсөн был көн бик фәһемле һәм иҫтәлекле булды. Улар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән Сәлимйән ағайҙары һөйләгәнде тыңлап, күп нәмәгә төшөнөп ҡайтты. Уҡыусылар ҙа бер тауыштан яуҙағы һалдаттарҙың тиҙерәк еңеү яулап ҡайтыуҙарын теләне. Илһөйәрлек темаһына сәйәхәт ойошторған Сәлимйән ағай Италмасовҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙгә еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ, — ти Раушания Хәтип ҡыҙы.