-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ил һаҡларға яуға китте...
20 Декабрь 2025, 00:40

Геройҙарыбыҙҙы белергә тейешбеҙ

Баймаҡтағы үҙәк китапханала Зөһрә Хәкимованың «Еңеү ҡайтыр атай менән» китабының исем туйы үтте. Был сара бик күптәрҙең күңеленә хуш килгәндер, сөнки оҙаҡ ҡул сабып, рәхмәт әйттеләр бит.

Геройҙарыбыҙҙы белергә тейешбеҙ
Геройҙарыбыҙҙы белергә тейешбеҙ

Мин дә әсәйем менән яҡташ апайыбыҙға ҡарап һоҡланып ултырҙым. Был көндө бер юлы Баймағыбыҙҙың бик күп күренекле кешеләре менән таныштыҡ. Һәләтле балаларҙың сығыштары бигерәк матур булды. Иң мөһиме, үҙемә күп мәғлүмәт алып ҡайттым.
Зөһрә апайҙың һөйләгәндәрен тыңлап, һалдат ағайҙарҙың видеобәйләнеш аша сығып әйткән изге теләктәрен ишетеп, ныҡ уйландым. Яуҙағы һалдаттар­ҙың тауыштарын ишетеү миңә нисектер тулҡынландырғыс булды. Улар­ҙың илебеҙ тыныслығын һаҡлағанда, әмәлен табып, әлеге сарала ҡатнашыуҙарына, яуҙағы ауырлыҡты һиҙҙермәгәндәренә хайран ҡалдым. Телгә лә оҫталар, эй, матур итеп һөйләйҙәр бит әле! Ғорурланып ултырҙым. Бына ниндәй беҙҙең ҡыйыу яугир ағай­ҙар! Тиҙерәк һуғыш бөтөп, имен-һау ҡайтһындар инде. Беҙ көтәбеҙ һеҙҙе! Шул тиклем тулҡынланып ҡайттым мин был саранан. Геройҙарыбыҙ хаҡында оҙаҡ уйланып йөрөнөм. Китапҡа яҙырлыҡ шул һәр һалдатыбыҙҙы. Автор үҙе әйтмешләй, был китапта һүрәтләнгән герой­ҙар – һәр бер милләттән бер вәкил генә, тамсылай ғына ул… Ә бит улар бик күп!
Зөһрә апай, ауыл ағай­ҙары – геройҙар хаҡында яҙып, киләсәк быуын өсөн тырышҡанығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт әйткем килә! Яугирҙарыбыҙ хаҡында беҙ ҙә уҡып, мотлаҡ белергә тейешбеҙ.
«Йәншишмә» гәзите күптән инде беҙҙең ғаилә гәзитенә әйләнгән. Барыбыҙ һәр һанын түҙем­һеҙлек менән көтөп ала. Гәзит ойошторған акцияларҙа һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Әле синыфташым Сынбулат Томаншин конкурста еңеп, Маҡтау ҡағыҙы менән бүләк алып ҡыуанды. Минең дә гәзиттә шиғыр­ҙарым баҫылып тора. Лицейҙа тырышып белем алам, гел «бишле» билдәләренә уҡыуҙы маҡсат итеп ҡуйғанмын. Бигерәк тә математика, урыҫ теле, тирә-яҡ мөхит фәндәре оҡшай. Ошо йүнәлештә олимпиадаларҙа ҡатнашам. Бик күп конкурстарҙа приз­лы урындар яулайым. Бейеү, әүәләү һәм театр түңәрәктәренә йөрөйөм.
Баймаҡ үҙәк китапханаһында уҙған «Өскөл хаттар» акцияһына ҡушылып, синыфташтарым менән һалдаттар­ға хаттар яҙҙыҡ. «Изгелек кәштәһе» акцияһын хуплап, әсәйем менән уҡытыусым Зөбәйҙә Әүхәҙи ҡыҙы Тойғонова һалдаттарға гуманитар ярҙам әҙерләне. Улар яугирҙарға иң кәрәк-яраҡ әйбер­ҙәр, салфеткалар һәм бирсәткәләр хәстәрләне.
Һалдаттарға хат яҙып бөткәс, кисәлә ҡатнашҡан һәр кескәй ҡунаҡ Зөһрә апай­ҙың күстәнәсе менән һыйланды. Бик тәмле булды!
Һуңынан Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы һалдаттарға тип салдырған ҡорбан итен алып, уның менән «Беҙ бергә!» ирекмәндәр штабына барҙыҡ. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең әҙерләгән гуманитар ярҙамды һалдаттарға ебәреү өсөн тапшырҙыҡ.
Был тулҡынландырғыс һәм тарихи мәл беҙҙең күңелдә оҙаҡ һаҡланыр.



Әмилә МЫРҘАҒӘЛИНА, IV синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.

Геройҙарыбыҙҙы белергә тейешбеҙ
Геройҙарыбыҙҙы белергә тейешбеҙ
Геройҙарыбыҙҙы белергә тейешбеҙ
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас