Беҙҙең яратҡан яҡташ апайыбыҙ Зөһрә Хәкимованың «Еңеү ҡайтыр атай менән» китабының исем туйы булды. Был йыйынтыҡ хаҡында уҡытыусыбыҙ һөйләгәйне инде. Йәл, беҙҙең синыфтан барыһы ла бара алманы, сөнки журналист апайҙың ҡунаҡтары күп булғас, алты уҡыусыға ғына бәхет йылмайҙы. Шулай ҙа Зөһрә апай аҙаҡ беҙҙең менән айырым осрашырға һүҙ бирҙе. Синыфыбыҙ менән уны яратабыҙ һәм һағынып көтәбеҙ.
Илина ЫРЫҪҠОЛОВА, IV cиныф уҡыусыһы.
Баймаҡ ҡалаһы, 5- се мәктәп.