-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ил һаҡларға яуға китте...
30 Декабрь 2025, 12:30

Хәтер мәңгелек

Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Илгиз Ғәлиндең яҡты иҫтәлеге булған «Герой партаһы»н асыу тантанаһы үтте.

Хәтер мәңгелек
Хәтер мәңгелек

Унда хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған яугирҙың атаһы, ҡатыны, ике ҡыҙы, һеңлеһе, МХО ветераны Сөләймән Италмасов һәм башҡа хөрмәтле ҡунаҡтар ҡатнашты.

«Герой партаһы»н асыу хоҡуғы батырҙың ҡыҙы Самира һәм атаһы Вәхит ағай Ғәлиндәргә бирелде. Ә унда беренсе булып III «Б» синыфының уҡыу алдынғылары, конкурс еңеүселәре Самира Ғәлина менән Арыҫлан Әбүбәкиров ултырҙы.

Белем усағында Рәшиҙә Иҙелбаева етәкселегендәге «Шатлыҡ» фольклор берекмәһенең йәш сәсәндәр төркөмөнөң яугирҙы данлаған рухлы сығышы барыһын да һоҡландырҙы.

– Был тормошта һәр беребеҙҙең үҙ тәғәйенләнеше бар, күрәһең. Яугир улым – үҙ заманының геройы. Йәш быуын өсөн Илгиз – өлгө. Уҡыусыларыбыҙ ҙа илһөйәр булып үҫһендәр, – тип тулҡынланып һөйләне яугирҙың атаһы Вәхит ағай.

– «Герой партаһы» – «Берҙәм Рәсәй» партияһының тәҡдиме менән «Яңы мәктәп» федераль программаһы буйынса үткәрелгән илһөйәрлек проекты. Ул батырлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән. Был партаға ултырыу хоҡуғына уҡыуҙа уңышҡа өлгәшкән уҡыусылар, олимпиада, конкурс һәм ғилми-тикшеренеү проекттары еңеүселәре эйә.

Иҫтәлекле көнгә ҡарата яугирҙың шәхси фотоларынан һәм видеоларынан клип эшләнек. Уны ҡарағанда күңел тулып китте. Бик тулҡынландырғыс мәл булды...

Ошо сарала ҡатнашҡанҡандарҙың барыһына һәм килгән ҡунаҡтарҙы сәй менән һыйлаған ашнаҡсыларыбыҙға рәхмәтебеҙҙе бел­дерәбеҙ, – ти III «Б» синыфы етәксеһе һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Венера Морат ҡыҙы Ҡасҡынова.

Эйе, батыр исеме үлемһеҙ, ти халыҡ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙы – был дәһшәтле яуға ингән Башҡортостан ҡаһармандарын оноторға хаҡыбыҙ юҡ.

Хәтер мәңгелек
Хәтер мәңгелек
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас