-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Яугир хат яҙған уҡыусы менән осраша

Баймаҡ ҡалаһында Ватаныбыҙ һағында торған яугир менән мәктәп уҡыусыһының тулҡынландырғыс осрашыуы булып үткән.

Яугир хат яҙған уҡыусы менән осраша
Яугир хат яҙған уҡыусы менән осраша

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Динис Ишназаров райондың "Беҙ бергә" ирекмәндәр төркөмөнән гуманитар ярҙам ала. Ебәрелгән посылка араһында ҡаланың 3-сө мәктәбе уҡыусыһы Данис Ҡолмөхәмәтовтың хаты ла була. Хеҙмәт иткән хәрби часта Динис Ишназаров бер үҙе генә Баймаҡтан була.   Ҡыҫҡаса ялға ҡайтҡас, яугир Данис менән осраша. Ул: "Тыуған яғымдан килгән хатты бик тулҡынланып уҡыным. Бындай хаттар беҙгә бик ҡәҙерле",- тип һөйләй һалдат осрашыу ваҡытында. Уҡыусыға иҫтәлекле бүләк тапшырып, рәхмәт һүҙҙәрен еткергән. 

Яугир, һиңә һаулыҡ һәм тиҙерәк еңеү менән  һау-сәләмәт ҡайтыуыңды теләйбеҙ!

Фото һәм сығанаҡ: Баймакский район Республики Башкортостан

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас