-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Сәрүәр Сәлимйән ҡыҙы яугирҙарға һаҡселтәрҙәре үрешә

Баймаҡтағы «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү үҙәге»нә Бетерә ауылынан Сәрүәр Сәлимйән ҡыҙы Йәнтәлина килә. Ул махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған «Айджи» — Артур Ғәҙелшиндың әсәһе.

Сәрүәр Сәлимйән ҡыҙы яугирҙарға һаҡселтәрҙәре үрешә
Сәрүәр Сәлимйән ҡыҙы яугирҙарға һаҡселтәрҙәре үрешә

"Башҡортостан егеттәре", "Илама, әсәй!" кеүек үлемһеҙ йырҙары менән билдәле.  Йырҙарҙың көйө һәм һүҙҙәре - Артур Ғәҙелшиндыҡы. Автор  йырҙы ла үҙе башҡара. 

Сәрүәр Сәлимйән ҡыҙы хәҙер Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Әле ирекмәнлек   эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Ул яугирҙарға һаҡселтәрҙәре үрешә. 

Фото: Гөлназ ЗАМАНОВА.

"Илама, әсәй!"

  1. Беләм, әсәй, ауыр һиңә,
    Көтөүҙәре ҡайтыуымдың.
    Һәр көн һайын хаттар яҙаң,
    Һорашып һин хәлдәремде.

    Илама һин, әсәй, илама,
    Минең өсөн бушҡа ҡайғырма.
    Йыраҡтарҙан ҡайтып үбермен,
    Тик илама, әсәй, илама.

    2. Бер аҙ ғына хат булмаһа,
    Борсолаһың тағы әсәй,
    Ҡайғырып һин, минең өсөн,
    Ағарттырҙым сәстәреңде.

    3. Үтер айҙар, үтер йылдар,
    Ҡайтырмын мин яндарыңа.
    Ҡыуандырып һине, әсәй,
    Йәшәрмен мин был донъяла.
Сәрүәр Сәлимйән ҡыҙы яугирҙарға һаҡселтәрҙәре үрешә
Сәрүәр Сәлимйән ҡыҙы яугирҙарға һаҡселтәрҙәре үрешә
Сәрүәр Сәлимйән ҡыҙы яугирҙарға һаҡселтәрҙәре үрешә
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас